X-PDF

Разговоры о важном

Поделиться статьей

Рәми Ғариповтың “Башҡортостан” шиғыры буйынса дәрес

( 5 класс)

 

Маҡсаттар: РәмиҒариповтың ижадына байҡау яһау, “Башҡортостан” шиғырын өйрәнеү, Тыуған илгәһөйөү тойғоһо тәрбиәләү, уның киләсәген ҡайғыртыусы аңлы, белемле, илен, ерен,халҡын яҡларҙай яңы йәш быуынды тәрбиәләү.

Йыһазландырыу:слайдтар, ноутбук, проектор, кипкән сәскә.

 

Дәрес барышы:Хәйерле көн, бишенселәр! Бына ошо сәскәгә иғтибар итегеҙ әле, ниндәй ул? (уҡытыусы кипкән сәскә күрһәтә)

-һулыған,кипкән…..

Ә ни өсөн улшундай хәлгә килгән икән?( яуаптар)

Балалар, беҙ былсәскәгә дәрес аҙағында әйләнеп ҡайтырбыҙ.

Ә хәҙер бөгөнгөдәрестең темаһы менән танышайыҡ.

 

Экран: РәмиҒариповтың “Башҡортостан” шиғыры.

                                           

Экран:Башҡортостан картаһы.

-Уҡыусылар,Башҡортостан нимәгә оҡшаған?(яуаптар) Эйе, шағирҙар ҙа уны төрлө һынға оҡшата,мәҫәлән, Мостай Кәрим :

Ер шарыныңкартаһына ҡараһаң яҡшы ғына

Башҡортостан шулкартала бер япраҡ саҡлы ғына,-ти

Экран: РәмиҒарипов:

Уралкүкрәгендә йөрәк кеүек

Башҡортостан-тыуғанилкәйем,-ти

Һәм бөгөнгөдәресебеҙҙең эпиграфы ла шулай яңғырай.

-Балалар,ә нимә улйөрәк? Ул ни өсөн кәрәк?(яуаптар)

-Бишенселәр, әнимә ул Урал?(яуаптар)

Дөрөҫ, Урал-тауҙартеҙмәһе.

 

Бына шулай беҙҙеңУрал тауҙарына, Башҡортостан тәбиғәтенә, уның йылға-күлдәренә, изге күңеллекешеләренә һоҡланмаған кеше булмаған. Шағирҙар шиғыр яҙған, йырсылар моңло йырсығарған, рәссамдар уның гүзәллеген һүрәткә төшөргән. Шундайҙарҙың береһе- РәмиҒарипов

Экран: РәмиҒарипов портреты.

Рәми Йәғәфәрулы Ғарипов Салауат районының Арҡауыл ауылында 1932 йылдың 12 февралендәдонъяға килгән.

Атаһы- ЙәғәфәрМөхәммәтрәхим улы үҙ заманы өсөн уҡымышлы кеше булған. Бөйөк Ватан һуғышыбашланыу менән фронтҡа китә. 1943 йылдың 23 февралендә Сталинград янында ҡатыһуғышта һәләк була. Ғаиләлә дүрт бала ҡала: Рәми, Рауил, Урал һәм Мәршиҙә.Әсәләре Гөлмәрйәм Хизбулла ҡыҙы менән етем ҡалалар. Әсәләре бик эшсән була, уны“Салауат районының комбайны” тип йөрөтәләр. Әсәһенә бағышлап ул “Әсәм ҡулдары”тигән шиғырын яҙа:

Экран:

Тәүге ҡабатбергә бесән саптыҡ

Һөҙәк кенәтауҙың битендә.

Шул көниҫеңдәме һинең, әсәй?

Ул көн минеңһәр саҡ иҫемдә

 

-Рәми бәләкәйҙәнбик күп уҡырға ярата. Һеңлеһе Мәршиҙә: “Рәми бәләкәйҙәән уҡырға яратты, ҡайҙабарһа ла ҡулынан китабы төшмәне. Ул хатта төндәрен шәм яҡтыһында ла уҡыйине”-тип хәтерләй.

Шул күп уҡып,зирәк, сабыр холоҡло, тыйнаҡ булғаны өсөн уны иптәштәре яратып “Бабай”тип йөрөткәндәр.

-Уның ныҡлапшиғырҙар яҙып китеүендә башҡорт теле һәм әҙәәбиәте уҡытыусыһы МәрйәмҒималованың кәңәштәре ҙур йоғонто яһай. Ул “Уҡытыусыма” тигән шиғырын яҙа.

Экран:

Шиғырһыҙ ҙаһеҙ бит аңлайһығыҙ

Йөрәгемдеңиң саф хистәрен.

Онотмамынһеҙҙе, Мәрйәм апай,

Килгәндә ләғүмер кистәрем.

-Рәми ҒариповМәскәүҙә уҡый, унда уҡығанда украин ҡыҙы Надежда Васильевна Друн менән дуҫлашыпкитә. Улар өйләнешләр. Улдары Салауат, Азамат һәм ҡыҙҙары Гөлнара тыуа.

Экран:
Надя- надежда-өмөт,

Һин минеңөмөтөм.

Беҙ бөтәауырлыҡтарҙы бергә күтәрергә тейешбеҙ.

Һиңә минеңменән ауыр булыр, әлбиттә.

Иң беренсеһин башҡорт телен өйрәнергә тейешһең

Тел-минеңтормошом.

Тип яҙа ул“Студент көндәлектәрендә”

(көндәлектекүрһәтеү)

 

-Ҡәҙерлеуҡыусылар, ә хәҙер дәреслектең 157-се битен асығыҙ. “Башҡортостан” шиғырынуҡыйыҡ.( уҡытыусы тасуири уҡып сыға)

-Әйҙәгеҙ. Бергәләпуҡыйыҡ( күмәкләп хор менән уҡыу)

Шиғырҙың беренсекуплетын бер уҡыусы уҡып ишеттерә.

Башҡортостан сиген үтеү менән,

Тыуып үҫкән ергә етеү менән,

Нур тулғандай була күңелгә,

Йыр тулғандай була күңелгә.

-Ни өсөн күңелгәнур тула? Ниңә йыр тыуа?

 

Эйе, Рәми күңелейырлы күңел. Уның шиғырҙарына бик йырҙар яҙылған.

Экран:“Таңдағы йыр”, “Туған тел”, “Көтәм һине”, “Һүҙем бар”, “Сыйырсыҡ”, “Хушлашыу”“Бәхет һуңлап килер ҡунаҡ”, “Минең йондоҙом”, “Шофер йыры”, “Туй йыры”,“Умырзая йыры”, “Кәкүк”, “Салауат батыр”

 

 

Представленная информация была полезной?
ДА
59.06%
НЕТ
40.94%
Проголосовало: 1109

 

“Ай-һай Салауат” йырын башҡарыу

Сабып сығып сал быуаттар аша

Сапсындырып суйын саптарын.

Оран һалып илгә, һай, Салауат
Мәңгелеккә әйҙәй сафтарын.

Ай-һай Салауат-башҡортомдоң ҡаны.

Ай-һай, Салауат-үҙ халҡымдың даны.

 

 

 

-Шиғырҙың икенсекуплетын бер уҡыусы уҡый.

Йәшел бәрхәт төҫлө еркәй генәм,

Ҡыҙҙар ҡулы төҫлө еркәй генәм.

Иркәләй бит талған күҙемде.

Иркәләй бит арыған йөҙөмдө.

-Ҡыҙҙар ҡулыниндәй ул? Күҙҙе нисек иркәләй? Арыған йөҙ нисек ял итә? Йәшел төҫ-ул күҙҙәрҙеял иттерә торған төҫ.

 

Йүгереп сығыу менән ҡайындарым,

Онотола барлыҡ ҡайғыларым.

Күреү менән күген Уралдың,

Күҙҙәремә йәштәр уралды.

Ниңә ҡайындарэргәһендә ҡайғылары юҡҡа сыҡты?  Һанап үтелгән өс төҫ нимәне хәтерләтә?

Экран:Башҡортостан флагы

Башҡортостан-беҙҙең Башҡортостан,

Иркең ҡурсып күпме бөркөт осҡан!

Башҡортостан-йөрәк ҡағышым,

Ерһенмәһәм, төшһөн ҡарғышың!

 

Башҡортостандыңиркен ҡурсып(яҡлап) ниндәй бөркөттәр осҡан?

Экран:Салауат Юлаев, Юлай Аҙналин, Ҡаһым түрә, Ҡараһаҡал, Миңлеғәле Ғөбәйҙуллин,Шаморатов генерал, Таһир Кусимов,…)

Нимә улҡарғыш?(Ҡарғыш-яман теләк теләп әйтелгән һүҙ) Ерһенмәү тигәнде нисекаңлайһығыҙ?(берәй ерҙе, урынды үҙ итмәү, оҡшатмау, яратмау)

Һинһеҙ күңелем ҡалай йәшәһен?

Һинһеҙ күңелем ҡалай йәшнәһен?

Башҡа ерҙә ашым ейелмәҫ,

Башҡа ергә башым эйелмәҫ…

Күңел нисекйәшнәй? Башҡа ерҙә ашым ейелмәҫ(ашалмаҫ) тигәнде нисек аңларға була?

Башҡа ергә башымэйелмәҫ тигән һүҙҙәр нимә тураһында һөйләй? (футболка күрһәтеү, кипкән сәскәнесығарыу)

Юҡ, кәрәкмәй миңә аһ-ваһтарың,

Ары торһон йәннәт-ожмахтарың.

Башҡортостан-тыуған төйәгем,

Һиндә ятһын ятһа һөйәгем.

Аһ-ваһтар,йәннәт-ожмах  нимә ул? Ниңә шағир уларҙан баш тарта? Һөйәгем һиндә ятһынтигәнде нисек аңлайһығыҙ?

Уның теләге ҡабулбула, ул үҙ Башҡортостанында донъя ҡуя. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы. 1977 йылда 45 кенәйәшендә шағир донъя менән хушлаша. Уның “Кәкүк” тигән шиғыры ниңәлер ғүмеренаяныслы һәм ҡыҫҡа булыуы тураһында һөйләгән һымаҡ.

“Кәкүк” йырынйырлап ишеттереү.

Әммә уның исемеүлмәй, халыҡ хәтерендә мәңге һаҡлана.

Экран:

1988 йыл-С,Юлаев исемендәге дәүләт премияһы тапшырыла.

1992 йыл-Башҡортостандың халыҡ шағиры исеме бирелә.

1989йыл-тыуған ауылында йорт-музейы асыла.

1993 йыл-ошойорт –музейы алдында Николай Калинушкин эшләгән баҡыр бюст ҡуйыла.

1994 йыл-Өфөләге 1-се республика гимназияһына Р. Ғарипов исеме бирелә.

1997 йыл-ошо гимназия алдында бюст ҡалҡып сыға.

1994 йылшағир уҡыған гимназияла һәм 1997 йыл Салауат районында Рәми Ғарипов исемендәгепремия булдырылды.

Иң бөйөк һүҙ әлеәйтелмәгән,

Иң бөйөк көн әлеул алда.

Килер бер көн,килер ул ҙур байрам,

Туй яһарбыҙ шаулапурамда.

Ул туйға мин,бәлки, барып етмәм,

Ярһыу атым яныпйығылыр.

Тик минһеҙ ҙә тулыбулыр ул туй,

Мин белмәгәндуҫтар йыйылыр.

Һөйләшһәләр әгәртуған телдә,

Телгә алыр улармине лә.

Сөнки мин киләсәкменән бергә,

Һаҡлап саптым,телем, һине лә.


Поделиться статьей
Автор статьи
Анастасия
Анастасия
Задать вопрос
Эксперт
Представленная информация была полезной?
ДА
59.06%
НЕТ
40.94%
Проголосовало: 1109

или напишите нам прямо сейчас:

Написать в WhatsApp Написать в Telegram

ОБРАЗЦЫ ВОПРОСОВ ДЛЯ ТУРНИРА ЧГК

Поделиться статьей

Поделиться статьей(Выдержка из Чемпионата Днепропетровской области по «Что? Где? Когда?» среди юношей (09.11.2008) Редакторы: Оксана Балазанова, Александр Чижов) [Указания ведущим:


Поделиться статьей

ЛИТЕЙНЫЕ ДЕФЕКТЫ

Поделиться статьей

Поделиться статьейЛитейные дефекты — понятие относительное. Строго говоря, де­фект отливки следует рассматривать лишь как отступление от заданных требований. Например, одни


Поделиться статьей

Введение. Псковская Судная грамота – крупнейший памятник феодального права эпохи феодальной раздробленности на Руси

Поделиться статьей

Поделиться статьей1. Псковская Судная грамота – крупнейший памятник феодального права эпохи феодальной раздробленности на Руси. Специфика периода феодальной раздробленности –


Поделиться статьей

Нравственные проблемы современной биологии

Поделиться статьей

Поделиться статьейЭтические проблемы современной науки являются чрезвычайно актуальными и значимыми. В связи с экспоненциальным ростом той силы, которая попадает в


Поделиться статьей

Семейство Первоцветные — Primulaceae

Поделиться статьей

Поделиться статьейВключает 30 родов, около 1000 видов. Распространение: горные и умеренные области Северного полушария . многие виды произрастают в горах


Поделиться статьей

Вопрос 1. Понятие цены, функции и виды. Порядок ценообразования

Поделиться статьей

Поделиться статьейЦенообразование является важнейшим рычагом экономического управления. Цена как экономическая категория отражает общественно необходимые затраты на производство и реализацию туристского


Поделиться статьей

или напишите нам прямо сейчас:

Написать в WhatsApp Написать в Telegram
Заявка
на расчет