Аңлатмаһүҙ.
Туғанбашҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса контроль баһалау материалдары. 8 класс
Контроль — баһалау материалдар 8 классуҡыусыларының туған башҡорт теле һәм әҙәбиәте предметы буйынса белемдәрентикшереү өсөн тәғәйенләнгән. Материалдар Федераль дәүләт белем биреүстандарттары талаптары нигеҙендә төҙөлгән. Улар уҡыусыларҙың туған башҡорттеленән белем кимәлен тикшереүгә, предмет буйынса алған белемдәре һөҙөмтәләрединамикаһын күҙәтергә һәм универсаль уҡыу эшмәкәрлегенең формалашыу кимәленбилдәләргә булышлыҡ итә.
Туған башҡорт теле һәм әҙәбиәте предметыбуйынса уҡыусыларҙың белем кимәлен баһалау өсөн контроль диктанттар сирекаҙағында һәм уҡыу йылын йомғаҡлағанда теманы үҙләштереү кимәлен тикшереүмаҡсатында үткәрелә. Контроль диктант яҙғанда, орфограммаларҙың һәм һүҙҙәрҙеңяҙылышы, тыныш билдәләренең ҡуйылышы буйынса аңлатма бирелмәй.
Уҡытыу рус телендә барған мәктәптәрҙәбашҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә яҙма эштәрҙең төрлө формалары ҡулланыла.Уларҙың
ҡайһы берҙәре башланғыс синыфтарҙа,ҡайһылары юғары синыфтарҙа күберәк һәм өйрәтеү маҡсатында үткәрелә. Шулай уҡяҙма эштәр
(бигерәк тә юғары синыфтарҙа) уҡыусыларҙыңбелем Һәм күнекмәләрен тикшереү өсөн дә файҙаланыла. Яҙма эштәрҙең рус телле
мәктәптәрҙә киң ҡулланыла торған түбәндәгетөрҙәрен күрһәтергә мөмкин:
ғәҙәти диктанттар;
һорауҙарға яуаптар;
тестарға яуаптар, яҙыу;
изложениелар;
иншалар
1. Башҡорт теленең ағымдағы, сирек йәкийыл аҙағында, шулай уҡ уҡыу йылы башында инеү диктанты, ҙур темаларҙан һуң йомғаҡлауконтроль эштәре үткәрелә. Ағымдағы контроль эштәр программаның өйрәнелгәнматериалын үҙләштереүҙе тикшереү маҡсатында уҙғарыла. Уларҙың төрө һәм үткәреүйышлығы өйрәнелә торған материалдың ҡатмарлылығынан, уҡыусыларҙың белемкимәленән сығып билдәләнә. Ағымдағы контроль эштәр өсөн уҡытыусы йә тотошдәресте, йә уның бер өлөшөн генә файҙалана ала.
2. Уҡыу йылы башында инеү диктанты, сирекһәм йыл аҙағында йомғаҡлау контроль эштәре мәктәп администрацияһы менәнберлектә төҙөлгән график буйынса үткәрелә. Контроль эштәрҙе сиректең беренсекөнөндә һәм дүшәмбелә үткәреү тәҡдим ителмәй.
Инеш контрольдиктант.
Маҡсаттар: Уҡыусыларҙың өйрәнелгән ҡағиҙәләрҙе һәм белемдәрен тикшереү, шулай уҡ үҙҙәренә таныш булган терминдарҙы дөрөҫ файҙаланырғаөйрәтеү.
Туған тел.
Ерйөҙөндә күп халыҡтар йәшәйҙәр. Уларике меңдән ашыутелдә һөйләшәләр. Һәр кемдең үҙенеңтуғантеле була. Шул телдә уның ата – әсәһе, туғандары һөйләшә.
Башҡорттарҙың туған теле –башҡорт теле.Башҡорт теленең һәм башҡорт халҡының байтарихы бар.
Һеҙ Башҡортостандайәшәйһегеҙ. Башҡорт теле -башҡортхалҡының оло ҡомартҡыһы, байлығы . Уны өйрәнегеҙ, ошо телдә һөйләшегеҙ. Күп тел белгән кеше хөрмәткә лайыҡ.
1.Текстан ҡылымдарҙы табып яҙырға, һөйкәлештәрен билдәләргә.
2.Өсөнсө һәйләмде рус теленә тәржемә итеп яҙ.
3*.Текстҡа мәғәнәһе буйынса тура килгән бер-нисә мәҡәл яҙ.
«5» билдәһе — тупаҫбулмаған 1 орфографик, 2 пунктуацион хата булған эшкә,
«4» билдәһе 4 орфографик, 3 пунктуацион йә 1 орфографик, 6пунктуациоң, йә орфографик хатаһыҙ, 7 пунктуацион хатаһы булған диктантҡаҡуйыла. Әгәр хаталар араһында бер типтағылар булһа, 5 орфографик хаталы эшкә лә«4» билдәһе ҡуйырға мөмкин.
«3» билдәһе 6 орфографик, 6 пунктуацион йә 3 орфографик, 9пунктуацион, йә 12 пунктуацион хаталы эшкә ҡуйыла. Әгәр эштә өс бер типтағыхата ебәрелһә, 8 орфографик, 8 пунктуацион хаталы эшкә лә «3» билдәһе ҡуйырғамөмкин.
«2» билдәһе 9 орфографик, 9 пунктуацион йә 8 орфографик, 10пунктуацион хатаһы булған диктантҡа ҡуйыла. Хаталар һаны 15 орфографик хатананда артып китһә, «1» билдәһе ҡуйыу уҡытыусы ҡарамағында.
Әгәр контроль диктанттан һуң өҫтәмә грамматик, орфографик, лексик эштәр тәҡдимителһә, уларҙың һәр береһе айырым баһалана.
Грамматик биремдәрҙе баһалағанда түбәндәгеләрҙе иҫәпкә алыу тәҡдимителә:
«5» билдәһе бөтә эште лә теүәл йә бер хата булғанда,
«4» билдәһе эштең яртыһынан күберәге дөрөҫ эшләнгәндә,
«3» билдәһе яртыһынан әҙерәге дөрөҫ әшләнгәндә,
«2» билдәһе бер эш тә дөрөҫ эшләнмәгәндә ҡуйыла.
2.Контроль эш.
Маҡсаттар:уҡыусыларҙыңаң- белем даирәһен арттырыу. Утелгән темаларһы нығытыу, тикшереү.
РеспубликабыҙҙыңСалауат районында Янғантау шифаханаһы урынлашҡан. Унда ер аҫтынан бертуҡтауһыҙ эҫе пар һәм газ сығып ята. Тау 200 йылдан ашыу ғалимдарҙың иғтибарын үҙенә йәлеп итә, ләкин әлегә тиклем уның сере асылғаны юҡ. Янғантау шифаханаһында быуын ауырыуҙарын дауалайҙар. Тау янында Ҡорғаҙаҡ йылғаһы аға. Был шишмә ҡышын да туңмай. Ундағы һыуҙың температураһыйыл әйләнәһенә 16-18 градус була. Һыуы шифалы: ашҡаҙан- эсәк һәм бөйөрауырыуҙарын дауалау өсөн ҡулланыла.
1.Текста исем бирегеҙ. (1 балл) (Янғантау шифаханаһы)
2.Икенсе һөйләм буйынса һорау уйлап яҙ. (2 балл) (Ер аҫтынан бер туҡтауһыҙ нимәсығып ята?)
3.Беренсе һәйләмгә синтаксик анализ эшлә. (1-5 балл)
4.Башҡортостанда тағы ниндәй шифаханалар бар, яҙ. (1-5балл) (Красноусол шифаханаһы, Яҡтыкүл шифаханаһы, Ассы шифаханаһы, Таныпшифаханаһы, Толпар шифаханаһы )
Баһалаукритерийҙары.
12-13балл- «5»
10-11-«4»
8- 9-«3»
7-нәнкәм балл- «2»
Инша
Өфө — баш ҡалам
Маҡсаттар: мәктәп уҡыусылары үҙ аңын формалаштырыу, үҙ позицияһын,фекерен иҫбатларға өйрәтеү , уйлау, уҡыу ихтыяжын үҫтереү, гәзит уҡыу мәҙәниәтенкүтәреү; телмәр мәҙәниәте кимәлен арттырыу. Баш ҡалаға, тыуған илгә һөйөүтәрбиәләү.
Өфө -Башкортостандың баш калаһы. Ул Республикабыҙҙың ҡап уртаһында, ________йылғаһына һәм ҡушылған урында урынлашҡан. Өфө ҡалаһына
йыл.Элек башҡорттар Өфөнө_____________ тип йөрөткәндәр.Өфөлә ______ ,музейҙары,______ , _______ ,парктары бар. Ҡалала аты театр — ______ , ________ , _______,Баш ҡалабыҙҙы күркәмләндереп һәйкәлдәре тора. Ҡалала иң яратҡан урындарымдыңбереһе — _______________ . Унда мөмкин. Баш ҡалабыҙ тағы ла күркәмерәк,матурыраҡ булһын өсөн, _______________ тәҡдим итәм.
Әҙерлек өсөн материал
Өфө бейек тау башында урынлашҡан. Ҡалағакергәндә ике мөһәбәт һәйкәл күренә.
Уларҙың береһе- Дуҫлыҡ монументы. Башҡортостандыңбөйөкулы Салауат батыр һәйкәле. Салауат Юлаев халыҡ күңелендә мәңге йәшәй Ул халыҡазатлығы өсөнғүмерен биргән батыр. Уны һәр кем күңел түрендә йөрөтә. Өфө -Башҡортостандың баш ҡалаһы. Эргәһендәге Ағиҙел йылғаһына Дим һәм Ҡариҙелйылғалары ҡушыла. Ҡаланың урамдарында трамвайҙар, троллейбустар, автобустарйөрөй. Өфө ҡалаһында меңәрләгән ҙур һәм бәләкәй урамдар бар. Иң ҙуры — Октябрьпроспекты. Өфөнөң иң боронғо урамдары — Ҙур Ҡаҙан һәм Ҙур Себер урамдары. Хәҙерулар Октябрь революцияһы менән Минһажев урамдары тип атала. Ленин урамы элекҮҙәк урам тип аталған.
Иншаларҙы баһалау
Инша һәм изложениелар яҙҙырыу ашауҡыусыларҙың:
-теманы аса белеүе, тел сараларын иншайәки изложениеның темаһына һәм уларҙағы төп фекерҙе аңлатыу бурыстарына ярашлыайлай белеүе,
-яҙғанда,грамматик нормаларға һәм дөрөҫяҙыу ҡағиҙәләренә таянып эш итеүе тикшерелә. Шуның өсөн иншаға ла,изложениеғала һәр ваҡыт ике билдә ҡуйыла.Беренсе билдә менән уларҙың йөкмәткеһе һәм телмәртөҙөлөшө, икенсе билдә менән грамоталылыҡ кимәле баһалана.
|
Баһаларҙың төп критерийҙары |
||
|
Йөкмәтке һәм телмәр төҙөлөшө |
Грамоталылыҡ |
Баһалау |
|
1. Яҙма эштең йөкмәткеһе тулыһынса темаға тура килһә, 2. Фактик хата булмаһа, 3. Йөкмәтке эҙмә-эҙлекле бирелһә (план буйынса йәки планһыҙ), 4. Эш лексик яҡтан бай булыуы менән айырылып торһа, 5. Эш темаға һәм төп фекерҙе аңлатыу маҡсатына ярашлы стилдә яҙылһа, телмәре тасуири булһа, Иҫкәрмә. Бер генә телмәр хатаһы һәм бер генә йөкмәтке хатаһы булған яҙма эшкә «5» билдәһе ҡуйырға мөмкин. |
Яҙма эштә 2 орфографик, йәки 1 пунктуацион, йәки 1 грамматик хата булһа, |
«5» билдәһе ҡуйыла |
|
1.Эштең йөкмәткеһе, нигеҙҙә, темаға тура килһә (теманан ситкә китеү бик аҙ булһа), 2.Йөкмәтке, нигеҙҙә, дөрөҫ бирелһә,әммә эштә бик аҙ булһа ла, фактик хаталар осра3а, 3.Төп фекерҙе аңлатыу эҙмә-эҙлеклегендә тупаҫ булмаған етешһеҙлектәр генә булһа, -Яҙма эш, нигеҙҙә,синоним һүҙҙәргә һәм синонимик грамматик формаларға бай булһа, -Эш бер төрлө стилдә я6ылыуы һәм тасуири булыу менән айырылып торһа, Иҫкәрмә. Яҙма эштең телмәр хаталары өҫтөндә, йөкмәткеһендәге хаталар икенән дә артмаһа,уға «4» билдәһе ҡуйырға мөмкин. |
Яҙма эштә 2 орфографик һәм 2 пунктуацион хата, йәки 1 орфографик һәм 3 пунктуацион хата булһа, йәки бер орфографик хатаһы ла булмайынса, пунктуацион хаталары 4-тән һәм грамматик хаталары 2-нән артмаһа, |
«4» билдәһе ҡуйыла |
|
1.Яҙма эштә теманы ситкә китеүгә ҡараған етди хаталар булһа, 2.Төп фекер дөрөҫ аңлатылһа, әммә эштә фактик хаталар ебәрелгән булһа, -айырым өлөштәрендә төп фекерҙе аңлатыу эҙмә-эҙлеклеге боҙолһа, -яҙма эш бер төрлөрәк типтағы синтаксик конструкцияларҙан торһа, һүҙлеге ярлы, һүҙҙәрҙе ҡулланыуға хаталар булһа, -эш тема һәм уны аңлатыу (асыу)талап иткән бер төрлө стилдә яҙылмаһа, Иҫкәрмә.Яҙма эштәге телмәр хаталары 5-тән, йөкмәткелеге хаталар 4-тән артмаған хәлдә лә, эшкә «3» билдәһе ҡуйырға мөмкин. |
Яҙма эштә 4 орфографик һәм 4 пунктуацион хата,йәки 3 орфографик һәм 5 пунктуацион хата, йәки 7 пунктуацион хата һәм орфографик хатаһыҙ булһа, шулар өҫтөнә 4 грамматик хата ебәрелһә, |
«3» билдәһе ҡуйыла |
|
1.Яҙма эш темаға тура килмәһә, -фактик хаталар күп булһа, -эштең бөтә өлөштәрендә фекер аңлатыу эҙмә-эҙлеклеге боҙолһа,текст өлөштәре араһында бәйләнеш булмаһа,планға ярашһыҙ булһа, 1.Һүҙлегелеге ғәҙәттән тыш ярлы булһа,эш үҙ-ара бәйләнеше булмаған бер төрлө конструкциялы ҡыҫҡа һөйләмдәрҙән торһа һүҙҙәр ҡулланышында ла хаталар осраһа, -эштә стилдең бер төрлөлөгөнә ирешелмәгән булһа |
Орфографик хаталары 7-нән,пунктуацион хаталары 7-нән ,грамматик хаталар ҙа 7-нән артһа, |
«2» билдәһе ҡуйыла |
Изложение
Маҡсаттар:уҡыусыларҙа үҙаллылыҡ, яуаплылыҡ, план төзөй белеү күнекмәләрен булдырыу һәмбәйләнешле һөйләм телмәрен үҫтереү. Уҡыусыларҙың изложение яҙғанда, грамматикнормаларға һәм дөрөҫ яҙыу ҡағиҙәләренә таянып эш итеүен тикшереү.
Ысын дуҫлыҡ.
Ҡоштар ҙа оҙон ҡышҡа ныҡлап әҙерләнә. Бүрекле беснәкте генә алайыҡ. Ҡуңыҙ,үрмәксе, бойҙай, еләк – бөтәһен дә йыя. Тик уның аҙык-түлек туплау өсөн махсусһаҡлағысы юҡ. Ләкин ҡош аптырап ҡалмай. Һәр ағас һайын ярыҡ- бына һиңәмеңәрләгән “келәт”.Бүрекле беснәк тапҡан һәр нәмәһен шунда йәшерә бара.
Бүрекле беснәктәр бер-береһе менән бик дуҫ. Йыйған ризыҡтарын бергәләп ашайулар. Аҙыҡ туплаған ағасты билдәләп тормайҙар. Кемдекен табып ашаһаң да ярай,тип уйлайҙарҙыр, күрәһең. Берәү бөтәһе өсөн тырыша, бөтәһе берәү өсөн көс түгә.
1.Һорауға яуап яҙ. Тағы ниндәй ҡоштарҙың, йәнлектәрҙең дуҫлығы тураһында мәғлүмәтбеләһең?
Баһалаукритерийҙары
Инша һәм изложениеларяҙҙырыу аша уҡыусыларҙың:
-теманы аса белеүе, тел сараларын иншайәки изложениеның темаһына һәм уларҙағы төп фекерҙе аңлатыу бурыстарына ярашлыайлай белеүе,
-яҙғанда,грамматик нормаларға һәм дөрөҫяҙыу ҡағиҙәләренә таянып эш итеүе тикшерелә. Шуның өсөн иншаға ла,изложениеғала һәр ваҡыт ике билдә ҡуйыла.Беренсе билдә менән уларҙың йөкмәткеһе һәм телмәртөҙөлөшө, икенсе билдә менән грамоталылыҡ кимәле баһалана.
|
Баһаларҙың төп критерийҙары |
||
|
Йөкмәтке һәм телмәр төҙөлөшө |
Грамоталылыҡ |
Баһалау |
|
1. Яҙма эштең йөкмәткеһе тулыһынса темаға тура килһә, 2. Фактик хата булмаһа, 3. Йөкмәтке эҙмә-эҙлекле бирелһә (план буйынса йәки планһыҙ), 4. Эш лексик яҡтан бай булыуы менән айырылып торһа, 5. Эш темаға һәм төп фекерҙе аңлатыу маҡсатына ярашлы стилдә яҙылһа, телмәре тасуири булһа, Иҫкәрмә. Бер генә телмәр хатаһы һәм бер генә йөкмәтке хатаһы булған яҙма эшкә «5» билдәһе ҡуйырға мөмкин. Представленная информация была полезной? ДА 61.18% НЕТ 38.82% Проголосовало: 1615 |
Яҙма эштә 2 орфографик, йәки 1 пунктуацион, йәки 1 грамматик хата булһа, |
«5» билдәһе ҡуйыла |
|
1.Эштең йөкмәткеһе, нигеҙҙә, темаға тура килһә (теманан ситкә китеү бик аҙ булһа), 2.Йөкмәтке, нигеҙҙә, дөрөҫ бирелһә,әммә эштә бик аҙ булһа ла, фактик хаталар осра3а, 3.Төп фекерҙе аңлатыу эҙмә-эҙлеклегендә тупаҫ булмаған етешһеҙлектәр генә булһа, -Яҙма эш, нигеҙҙә,синоним һүҙҙәргә һәм синонимик грамматик формаларға бай булһа, -Эш бер төрлө стилдә я6ылыуы һәм тасуири булыу менән айырылып торһа, Иҫкәрмә. Яҙма эштең телмәр хаталары өҫтөндә, йөкмәткеһендәге хаталар икенән дә артмаһа,уға «4» билдәһе ҡуйырға мөмкин. |
Яҙма эштә 2 орфографик һәм 2 пунктуацион хата, йәки 1 орфографик һәм 3 пунктуацион хата булһа, йәки бер орфографик хатаһы ла булмайынса, пунктуацион хаталары 4-тән һәм грамматик хаталары 2-нән артмаһа, |
«4» билдәһе ҡуйыла |
|
1.Яҙма эштә теманы ситкә китеүгә ҡараған етди хаталар булһа, 2.Төп фекер дөрөҫ аңлатылһа, әммә эштә фактик хаталар ебәрелгән булһа, -айырым өлөштәрендә төп фекерҙе аңлатыу эҙмә-эҙлеклеге боҙолһа, -яҙма эш бер төрлөрәк типтағы синтаксик конструкцияларҙан торһа, һүҙлеге ярлы, һүҙҙәрҙе ҡулланыуға хаталар булһа, -эш тема һәм уны аңлатыу (асыу)талап иткән бер төрлө стилдә яҙылмаһа, Иҫкәрмә.Яҙма эштәге телмәр хаталары 5-тән, йөкмәткелеге хаталар 4-тән артмаған хәлдә лә, эшкә «3» билдәһе ҡуйырға мөмкин. |
Яҙма эштә 4 орфографик һәм 4 пунктуацион хата,йәки 3 орфографик һәм 5 пунктуацион хата, йәки 7 пунктуацион хата һәм орфографик хатаһыҙ булһа, шулар өҫтөнә 4 грамматик хата ебәрелһә, |
«3» билдәһе ҡуйыла |
|
1.Яҙма эш темаға тура килмәһә, -фактик хаталар күп булһа, -эштең бөтә өлөштәрендә фекер аңлатыу эҙмә-эҙлеклеге боҙолһа,текст өлөштәре араһында бәйләнеш булмаһа,планға ярашһыҙ булһа, 1.Һүҙлегелеге ғәҙәттән тыш ярлы булһа,эш үҙ-ара бәйләнеше булмаған бер төрлө конструкциялы ҡыҫҡа һөйләмдәрҙән торһа һүҙҙәр ҡулланышында ла хаталар осраһа, -эштә стилдең бер төрлөлөгөнә ирешелмәгән булһа |
Орфографик хаталары 7-нән,пунктуацион хаталары 7-нән ,грамматик хаталар ҙа 7-нән артһа, |
«2» билдәһе ҡуйыла |
Комплекслыконтроль эш.
Маҡсаттар:йыл буйы үтелгән темалар буйынса белемдәрҙе тикшереү, баһалау.
1. Хәреф һаны өн һаны менәнтап килгән һүҙҙе күрһәтегеҙ: егерме, таяҡ, юрған, янъялсы, ашъяулыҡ, Кузбасс,Кәримә, завод.
2. Түбәндәге фразеологизмдарҙыбер һүҙ менән генә аңлатығыҙ: айыу майы һөртөү, табан ялтыратыу, ауыҙ ҡолаҡҡаетеү, теш тешкә теймәү.
3. Эйәртеүле бәйләнеш юлыменән яһалған һүҙбәйләнештәрҙең төрҙәрен һанап сыҡ. Миҫалдар яҙ.
4. Ниндәй үҙ аллы һәмярҙамсы һүҙ төркөмдәрен беләһең, миҫалдар килтер.
5. Ике һәм алты һанын һантөркөмсәләренә ҡуйып яҙ.
6. Түбәндәге һүҙҙәр нимәнебелдерә?
Ай-һай, эй, уф-ф-ф, ура. Бер ҡушма һөйләм уйлап яҙ.
7. Бер һәм ике составлыһөйләмдәрҙең төрөн билдәлә:
а ) Таң ата.
б ) Бөтә ҡаланы йоропсыҡты.
в ) Ямғыр. Ләйсәнямғыр.
г ) Дүртөйлө ауылыйоҡонан уяна.
Яуаптар
1. Ашъяулыҡ, Кәримә, завод.(1 б.)
2. Алдау, ҡасыу, шатланыу,өшөү. (1 б.)
3. Ярашыу – беҙ әҙерләнәбеҙ, башҡарылыу – урманға барҙыҡ, йәнәшәлек – ҡыҙыл таҫма,һөйкәлеү – Ләйсәндең сәсе. (1 б.)
4. . Үҙ аллы һүҙ төркөмдәре: исем(алма), ҡылым (ашай), сифат (матур һүҙ), алмаш (шул), рәүеш (матур йөрөй), һан (өс).
Ярҙамсы һүҙтөркөмдәре: теркәүес (һәм, сөнки), бәйләүес (өсөн, кеүек), киҫәксә (генә,ҡына), (2 б.)
5. Төп (ике, алты), рәт (икенсе,алтынсы), сама (ике-өс, алтылап), йыйыу (икәү, алтау), бүлеү (икешәр, алтышар),кәсер (ике бөтөн ундан алты), үлсәү (ике килограмм, алты ҡолас) (2 б.)
6. Ымлыҡтар – кешенең төрлөхис-тойғоһон белдергән һүҙҙәр.(1 б.)
7. а) йыйнаҡ, б) билдәле эйәһеҙһөйләм, в) атама һөйләм, г) тарҡау һөйләм (1 б.)
Баһалаукритерийҙары
8-9балл- «5»
6-7балл- «4»
4-5балл- «3»
3-тәнкәм балл- «2»
Әҙәбиәттәнижади контроль эш.
Маҡсаттар:уҡыусыларҙың һөйләү, диалог төҙөй белеү, һорауҙарға яуап бирә белеү ҡеүәһентикшереү, баһалау
1.Тексты тыңлау.
Башҡортаты
Башҡорттоң бөтә үткәнтарихи юлы ат менән бәйле. Уның хаҡында йырҙар яҙылған. Башҡорт үҙ балаһын«ҡолонсағым» тип ярата. Башҡорт халыҡ бейеүҙәрендә лә шул уҡ ат тояғытыпырлаған тауышты ишетергә була.
Башҡорт аты сығышыменән дала урман яғы тоҡомона ҡарай. Башы ҙур, маңлайы киң, муйыны йыуан,арҡаһы тура булған.
Элек атты ҡайһы саҡтабала ҡарарға ла ҡалдырғандар. Бала ситкә китһә, ат яғаһынан тешләп килтерепҡуя. Аттар һалдаттарҙы һуғыш яланынан да алып сыҡҡандар.
Бүтән бер халыҡта лабашҡорттағы кеүек ат менән бәйле бай ауыҙ-тел ижады юҡтыр. Иң мөғжизәлеат – башҡорт халҡының бөйөк эпостарындағы Аҡбуҙат.
Бейә һөтөнән ҡымыҙэшләйҙәр, унда бик күп витаминдар бар. Рус яҙыусылары А.П.Чехов, Л.Н.Толстой,С.Т.Аксаков ҡымыҙҙы бик яраталар. Башҡортостанда ҡымыҙ менәндауалаған бик күп шифаханалар ҙа бар.
1. Башҡортхалыҡ ижадында ат нисек сағылыш тапҡан?
2. Ниндәйул башҡорт аты?
3. Иңмөғжизәле аттың исеме?
4. Ҡымыҙменән ниндәй рус яҙыусылары дауаланған?
БАҺАЛАУКРИТЕРИЙҘАРЫ
5. Уҡыусыға текст тыңлатыла. Уҡыусыға тыңлағанды аңлап һөйләү тәҡдимителә. Уҡыусыны баһалаған түбәндәгеләргә иғтибар итергә кәрәк:
6.
|
Баһалауҙың төп критерийҙары |
||
|
Балл |
Йөкмәтке |
Грамоталылыҡ |
|
“10 -9” |
Текстың йөкмәткеһенә тура килә. Текстың йөкмәткеһен аңлап һөйләй. Уҡыусының телмәрендә өндәрҙең әйтелеше дөрөҫ ҡуйылған. Бер-ике урында әһәмиәтле булмаған ситкә тайпылыуҙар бар. |
|
|
“8-7” |
Текстың йөкмәткеһенә нигеҙҙә тура килә. Хикәйәләү эҙмә-эҙлелегендә бик үк әһәмиәте булмаған ситкә тайпылыу бар. Башҡорт теленең үҙенсәлекле хәрефтәренә иғтибар биреп бөтөрмәй, бер нисә һүҙҙе дөрөҫ әйтмәй. Һөйләм төҙөлөшөндә бер –ике хата күҙәтелә. |
|
|
“6-5” |
Текстың йөкмәткеһен асыуҙа ситкә тайпылыуҙар бар. Уҡыусыға тексты үҙаллы һөйләү ауыр, өҫтәлмә һорауҙар биреү талап ителә. Башҡорт теленең үҙенсәлекле хәрефтәренә иғтибар бирелмәй, һүҙҙәрҙе дөрөҫ әйтмәй. Һөйләм төҙөлөшөндә хаталар бар. |
|
|
“4-3” |
Уҡыусы текстың йөкмәткеһен тулыһынса аңламай, ҡайһы бер һүҙ, һүҙбәйләнештәрҙе генә әйтеп бирә ала. Текст йөкмәткеһен тулы килеш һөйләмәй. |
|
|
“2-1” |
Уҡыусы тексты бөтөнләй аңламай. Һорауҙарға яуап бирә алмай. |
|
Үтелгәнтемалар буйынса тикшереү эше.
Маҡсаттар:утелгәнде тикшереү, һығымта яһау, баһалау.
1. Б.Рафиҡовҡаниндәй романы өсөн Башҡортостандың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһыбирелә?
2. Темаһыһәм йөкмәткеһе яғынан йырҙар ниндәй төркөмдәргә бүленә?
3. “Тыуғанилем”, “Уралым”, “Егеткә” шиғырҙарының авторын билдәләгеҙ.
4. Я.Хамматовтың “Төньяҡ амурҙары” романында француздар башҡорт яугирҙәрен нисекатайҙар?
5. БашҡортостанРеспубликаһының Дәүләт Гимнының һүҙҙәренең һәм музыкаһының авторҙарын яҙығыҙ.
6. Уҡтарярҙамында яҙыусыларҙың әҫәрҙәрен күрһәтегеҙ
ИршатТеләүембәтов Үлмәҫбай
ЯныбайХамматов Маралым таңы
МостайКәрим Салауат
Яуаптар
1.“Ҡараһаҡал” романы (1балл)
2.Тарихийырҙар “Урал”, “Эскадрон”, “Любизар” һ.б.,
баструккайәки һөргөнгә ебәрелгән кешеләр тураһында “”Буранбай”, “Бейеш”,
түрәләртураһында “Ҡолой кантон”, “Тәфтиләү”,
Ҡатын-ҡыҙяҙмышы “Зөлхизә”, “Ғилмияза”, “Таштуғай” һ.б. (4 балл)
3. СалауатЮлаев (1 балл)
4. “Төньяҡамурҙары” (1 балл)
5. РәшитШәкүр, Рауил Бикбаев, Фәрит Иҙрисов. (3 балл)
6. ИршатТеләүембәтов «»Маралымтаңы» (3 балл)
ЯныбайХамматов « Салауат»
МостайКәрим «Үлмәҫбай»
Баһалаукритерийҙары
12-13балл- «5»
10-11балл- «4»
8-9балл- «3»
6-7балл- «2»