Тема: «Мотивация- уҡыу эшмәкәрлегенең мөһимкомпоненты»
Һаумыһығыҙ хөрмәтле жюри, уҡытыусылар!Методикоҫтаханала сығыш яһауыма бик шатмын. Мин Йәлилова Гүзәл Мансур ҡыҙы Федоровка районыныңБала Сытырман муниципаль бюджет урта дөйөм белем биреү мәктәбенең башҡорт телеһәм әҙәбиәте уҡытыусыһы. Был мәктәптә 2005 cе йылдан бирле эшләйем, педагогикстажым 20 йыл.
Сығышымды “Мотивация-уҡыу эшмәкәрлегенең мөһим компоненты” типатаным. Был тема өҫтөндә күп кенә уҡытыусылыр эшләйҙер тип уйлайым, сөнкиуҡыуға мотивация һөҙөмтәле дәрестең мөһим өлөшө булып тора.
Все наши замыслы, все поиски и построения превращаются впрах, если у ученика нет желанияучиться,типәйткән ВасилийАлександрович Сухомлинский.
Был бик мәғәнәле әйтелгәнфекер.
Теге йәки был предметты өйрәнеүгә теләк юҡикән балала ҡурҡыу, икеләнеүсәнлек, үҙ баһаңды төшөрөү кеүек сифаттар барлыҡҡакилә.
Мотивация– беҙҙең тормошобоҙҙазур роль уйнай.Ул психологияға тәъҫир итеүгә бәйләнгән һәм укытыу процесында киң кулланыла.
Мотивация-ниндәйҙерэшкә, ҡылыҡҡа килтергән сәбәп, нигеҙ, ниәт, теләк тыуҙырыу тигәнде аңлата.
Ни өсөн баланың укығыһы килмәй? Унда укыуға ҡарата теләкте нисек уятырға? Был һорау уҡытыусыларҙы ғына түгелата-әсәләрҙе лә борсоған проблема.
Балала эске мотивацияны — укыуғааңлы карашты үҫтерегә кәрәк. Уның нисек уҡыуына ҡарап, киләсәк яҙмышы хәлителеүен төшөндөрөү ата-әсәләрҙең дә, уҡытыусыларҙың да бурысы. Дәрестә балаларҙы белем алыуға стимуллаштырыуҙа укытыусынан ҙур сабырлык, байфантазия талап ителә. Беҙҙең мәктәптә башҡорт дәүләт телен икенсе кластан унберенсе класҡа тиклем бөтәһе 152 бала өйрәнә. Тирә-яҡтағы6 ауылдан төрлө милләт балалары йөрөп белем ала. Шуларҙың араһында башҡорттеле беҙгә киләсәктә кәрәкмәй тип әйткәндәре лә булғылай. Тимәк, был балаларҙателгә һөйөү тәрбиәләргә, башҡорт теле дәрестәрен өйрәнергә теләк булдырырғакәрәк. Шуға күрә дәрестәрҙе мауыҡтырғыс, үҙенсәлекле итеп алып барырға, яңылыҡиндерергә тырышам.
Стимул һуҙен дә аңлатып китәм, ул берәй нәмәне булдырыуға, башҡарыуғадәртләндереүсе сәбәп. Уҡытыуҙа стимул юлдарын һәр уҡытыусы үҙетаба.
Укытыусының дәресте мауыҡтырғыс итеп ойоштороуы, үҙ- үҙен тотошо, телмәре, карашы ла ҙур роль уйнай. Кыҙыҡлы бер һөйләм йоклап ултырган баланы ла уята ала.
Укыусының уңышын күреү, мактау кәрәк. Балага “Бик яҡшы “ тип әйтеүҙең 99 ысулы бар икән.
Мактау көслө стимулга эйә , тик уның да самаһы булырга тейеш. Баланың уңышһыҙлыгын кәмһетмәҫкә кәрәк. Был осраҡта кәңәш биреү ҙә уңай тип һанайым. Мәҫәлән , Аҙ һөйлә лә күп эшлә . Белмәгәнде һорауҙың ояты юк. Ғилем тырышлык менән килә кеүек мәҡәлдәр менән гәҙел рәүештә шелтә биреү ҙә оҫталык.
Башҡорт телен өйрәнеүҙә ролле уйындарҙың әһәмиәте ҙур. Уҡыусыларҙың дәрес менән ҡыҙыҡһыныуы арта , теманы өйрәнеү ҙә файҙалырак була. Әммә бөтә дәрес уйынға ҡоролорға тейештүгел тип уйлайым.
Телдең үҙенсәлекле өндәрен дөрөҫ итепәйтергә өйрәнгәндә, ҡабатлағанда, инглиз телендә бер һүҙ әйтәм дә, мәҫәлән ҙ, ҫ,ә,ө өндәренә, артабан башҡортса һүҙ менән сағыштырам. Балалар ярышып үҙҙәремиҫалдар килтерә башлай, башҡортса өндәрҙе дөрөҫ итеп әйтеп уҡып китәләр.
Группала эшләгәндә төрлө темағакроссвордтар эшләйҙәр, текст буйынса план төҙөйҙәр, йомаҡтар уйлап сығаралалар.
Хәрефтәр араһынан юғалған һүҙҙе тап,Артыҡ һүҙҙе тап, Эйе-юҡ, Аптырат кеүек уйын формаһындағы эштәрҙе яратып башҡаралар, презентациялар эшләйҙәр.
Тикшеренеү эше лә алып барабыҙ. Дәрестәуҡыусылар йә бер һүҙ, йә йола менән ҡыҙыҡһынып китәләр ҙә шунан тикшеренеүэшенә тотоналар, мәҫәлән, Билбау-затлы бүләк, Төйәгем тарихы, Сәмреғош һәмҺомай образдары , Һыу юлы һ.б шундай эштәр башҡарҙыҡ. Бергәләп сценарийҙар ҙа яҙабыҙ.Башҡорт йолаларын,уйындарын ҡыҙыҡһынып өйрәнәләр. Шулай уҡ яратып башҡарғанэштәре- интеллект -карталар төҙөү. Был эш төрө үҙ аллы һүҙ төркөмдәрен, ғаилә,Башҡортостан, көн режимын өйрәнгәндә бик уңайлы. Уҡыусылар башҡорт һүҙҙәрентиҙерәк иҫтәрендә ҡалдыра. Күберәк бишенсе, алтынсы, етенсе кластарға бирәмбындай эште.
Ундай карталарҙы ҡулдан да, компьютерярҙамында ла эшләп була. Беҙҙең балалар инде күберәк үҙҙәре төшөрөргә ярата.
Район этабында үткән олимпиадала быйыл өсбала Һөйәрғолова Айгүзәл, Собханғолова Айгүзәл, Тимерәйев Нур ҡатнаштылар. Икәүһепризер, Собханғолова Айгүзәл еңеүсе булды, ә АйгүзәлМежрегиональолимпиадала призер исемен яуланы. Башҡорт теле көнөнә арналған сараларҙа ла,башҡорт теленән диктант яҙыуҙа ла актив ҡатнаштылар. Беҙҙең балаларҙыңҡаҙаныштары В конттакте группаһында сағылып бара.
Сығышымды йомғаҡлап, шуны әйткем килә,һәр дәресебеҙ һөҙөмтәле булһын өсөн, балалар башҡорт теле дәрестәренҡыҙыҡһынып уҡыһын өсөн бөтә шарттар ҙа бар, тик фантазияңды егеп, бөтә көсөңдөһалып эшләргә лә, эшләргә ҡала. Бөтәбеҙгә лә уңыштар.
