Эҙләнеүэшемдең темаһы: «Түшелдерек – башҡорт милли ҡатын-ҡыҙҙарбиҙәүесе».
Эшемдеңмаҡсаты: башҡортҡатын-ҡыҙҙарының кейеме һәм биҙәнеү әйберҙәре менән танышыу; милли кейемде берни тиклем күҙ алдына баҫтырыу; халыҡ кейемдәренә ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятыу;оҫталарҙан өйрәнеп, үҙемә түшелдерек яһау.
Эҙләнеүэшемдең бурыстары:
1. Түшелдеректеңтарихын өйрәнеү.
2. Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының тормошонда түшелдеректең әһәмиәте тураһында мәғлүмәт табыу.
3. Түшелдеректе эшләүсе оҫталарҙыңэше менән танышыу.
4. Түшелдерек эшләүҙеңүҙенсәлектәрен өйрәнергә.
5. Был тема буйынса ғилмиәҙәбиәтте өйрәнеү.
6. Түшелдеректеңкәүҙәләндереүе һәм хәҙерге моданы тикшереү.
Тикшеренеүпредметы: Башҡорт ҡатын — ҡыҙҙар биҙәүестәре -түшелдерек.
Тикшернеүобъекты: Һәр төбәктең түшелдеректәренеңүҙенсәлектәре.
Эшемдеңактуаллеге: Ғилми –эҙләнеү эшем актуаль тип уйлайым, сөнкирухи ҡиммәттәр үҙгәргән осорҙа йәшәйбеҙ. Оло быуын кешеләренән белгәндәрҙеһорашып, рухи хазиналарҙы яҙып алыу, быуындар сылбырын өҙмәү — йәш быуындыңбурысы. Бөгөнгө көндә һәр башҡорт кешеһе үҙенең үткән тарихын, халыҡ ижадынбелеп, өйрәнеп үҫергә тейеш.
Эҙләнеүэшенең гипотезаһы: башҡорттарҙың матдибайлығына күҙ йүгертһәң, иң иғтибарға лайыҡлыһы – биҙәктәр. Кейем-һалыммы,урындыҡ йөҙлөгө, һандыҡ, аяҡ кейемдәре, мейес, тирмә хатта көйәнтәгә тиклемзауыҡ менән биҙәлгән. Матурлыҡ ҡара көстәрҙе килтермәй, ен ҡасыра тигән фекерйәшәгән уларҙа.
Эҙләнеү методтары:Борай районында йәшәүсе ағинәйҙәр: Иҫке Ҡарағош ауылы Ғәзизова Флүзә Тимерғәлиҡыҙы, Борай ауылы Дәүләтғәрәева Наилә Сәлихйән ҡыҙы, Яңы Бикмәт ауылыНурмөхәмәтова Айһылыу Фиҙәрис ҡыҙы менән осрашыу; уларҙың ҡул эштәре менән танышыу;интернет селтәренән кәрәкле информация йыйыу; әҙәби әҫәрҙәр өйрәнеү.
Йөкмәткеһе
Инеш……………………………………………………………….……4
Төп өлөш
I. Түшелдеректең тарихы………………………………………………………………6
II. Территориальайырмалыҡтар……………………………………………………8
III. Түшелдеректең әһәмиәте………………………………………………………..12
IV. Башҡорт милликейемдәре бөгөнгө көндә һәм хәҙерге мода……..14
V.Әҙәби әҫәрҙәрҙә түшелдерек тураһында…………………………………….16
VI. Анкета һорауҙарынаяуаптар……………………………………………………17
Йомғаҡлау……………………………………………………………….18
Ҡулланылған әҙәбиәт……………………………………………………………………19
Ҡушымта……………………………………………………………………………………..21
ИНЕШ
Түшелдерек
Түшелдерек кейәм әле –
Теймәһен кеше күҙе,
Ҡаты күҙҙән, ҡалҡан булып,
Һаҡлап тора ул үҙе.
Түшелдеректә сағыла
Ғәзиз халҡымдың рухы,
Хыялы, ғөрөф-ғәҙәте,
Йолалары, тарихы.
Ғорурланып кейә торған
Кейем ул – түшелдерек,
Милләтемә һөйөү унда,
Унда – йәндәге ирек.
Сағыу биҙәктәре менән
Ала күҙҙәрҙең яуын,
Ышаныс бирә, еңерлек
Хатта дошмандың яуын!
Бына ниндәй матурлыҡты
Кейгәндәр икән элек!
Хәтер аша күңелемде
Йылыта түшелдерек.
Ф. Абдуллина
Бөгөнгө көндә башҡорт халҡының ғөрөф – ғәҙәттәрентергеҙеү актуаль һәм мөһим.
Башҡорт милли биҙәүестәре халыҡтың йәшәйеше,тормош тәртибе, матурлыҡ тураһында ҡараштарын, ырыу эсендәге тәртиптәрҙе,ғаиләнең йәмғиәттәге урынын сағылдырған, һаҡлау, яҡлау, биҙәнеү, ҡупшыланыумаҡсатын күҙ алдында тотҡан.
Башҡорт милли биҙәүестәре — тарих төпкөлөнәнбыуаттар һуҙымында барлыҡҡа килтерелгән ижад емеше. Башҡорт кейеме, шулай уҡбиҙәүестәре лә халыҡтың йәшәү рәүешенә, ғөрөф-ғәҙәттәре, йолаларына бәйлекәлепләштереп, тормош ихтыяждарынан сығып барлыҡҡа килтергән күңел емеше.
Милли биҙәүестәр халыҡтың рухи ҡотон һаҡлай.Һуңғы ваҡытта гүзәл заттарҙа боронғобиҙәүестәр, инәй-өләсәйҙәрҙең селтәр-ҡашмауҙарына ҡыҙыҡћыныу арта. Мәҙәнисараларҙа халҡыбыҙҙың абруйлы ҡатын-ҡыҙҙары милли кейемдә сығыш яћай, түшелдерек, ћаҡал, селтәр таҡҡандары лакүренә ћәм шундай ҡатын-ҡыҙҙар һоҡланыу һәм ғорурланыу тойғоһо уята. Әле ләгүзәл заттарҙың элеккегә ҡайтып, түшелдеректәркейә башлауы ҡыуандыра. Уларҙы эшләүсе оҫталар ҙа күбәйҙе. Арабыҙҙа былшөғөлдөң нескәлеген белгәндәр бар, бигерәк тә уны өйрәтергә, өйрәнергәтеләүселәр күп.
Түшелдереккәшулай ҡыҙыҡһыныу ҡайҙан? Ғөмүмән, ҡайҙан килә, нимә аңлата ул түшелдерек?
«Түшелдерек» нимә икәнен асыҡлап үтәм. Ҡатын-ҡыҙҙар түштәрен биҙәү өсөн түшелдерек (күкрәксә)таҡҡан. Түшелдеректәрҙе тығыҙ буҫтауҙан тегеп, тәңкә, ынйы, мәрйендәр, сылбыр,зыңғырлауыҡтар, ҡабырсаҡ-тар, айылдар менән семәрләп, селтәрләп биҙәктәртеккәндәр. Материалдарҙың бер өлөшен Көнсығыш һәм Кавказ илдәренән һатыпалғандар. Түшелдеректәр, төбәктәренәҡарап, төрлөсә биҙәлгән, төрлөсә аталған: селтәр, һаҡал, яға, муйынса,башкиҙеү, алмиҙеү һ.б. Терминдар артында йыш ҡына түшбиҙәүестәренең төрлө төрҙәре торған: формаһы, мәрйен һәм көмөштәр нисбәте,туҡымаға һалынған тегелеш манераһы айырылған.
ТӨП ӨЛӨШ
I. ТҮШЕЛДЕРЕКТЕҢ ТАРИХЫ
Традицион башҡорткейеме — кешенең ниндәй милләттән икәненасыҡ күрһәтептора. Боронғо милли кейемдәрбашҡорттарҙың күсмәхалыҡ икәнен, малсылыҡ менән шөғөлләнгәненкүрһәтеп торған.Кейемдәрҙе төрлө туҡыманан,һарыҡ тиреләренәнтеккәндәр. Кейемдәрҙетеккәндә күберәк ҡыҙыл,йәшел, күк, ҡаратөҫтәрҙе ҡулланғандар.
Биҙәүесбулараҡ, түшелдереккә (селтәргә) башҡорт мифологияһының тәрән фәлсәфәһеһалынған. Ышаныуҙарға ярашлы, кешенең йәне ҡалҡан биҙе эргәһендә урынлашҡан.Шуға ла муйын аҫтында изге көстәр үтә алһын өсөн «инеү» урыны ҡалдырылырға һәмсихырҙан бетеү-биҙәк, мәрйен, тәңкә кеүек һаҡ ҡуйылырға тейеш булған.
Селтәрҙеңөҫкө өлөшө ромб, түңәрәк һәм ярым түңәрәк рәүешендә тығыҙ урынлашҡан мәрйенменән һырыла. Бындай түңәрәк эсендә яуыз көстәрҙән һаҡлаған «аждаһакүҙе» тип аталған ҡортбаш урынлаштырыла, мәрйендән теҙелгән ярымтүңәрәктәр иһә ҡояш, энергия, йәшәүҙе аңлатҡан ҡояш әйләнеше билдәһенә ишара.
Биҙәүестәргәматериалдар һайлағанда башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары уларҙың тылсымлы көсөнә ышанған.Көмөшкә – яҡлау, таҙартыу көсө, уның ялтырауы һәм сыңлауына яуыз көстәрҙе ҡыуыуһәләте ҡайтарып ҡалдырылған, шуға ла кейемдә көмөштән эшләнгән сулпылар күпбулған. Алһыу мәрйен бөртөктәре тормош яралыуын, яңы ғүмер башланыуынсимволлаштыра.
Башҡорт ҡатын — ҡыҙ кейеме – ул халыҡ китабы. Кейемдәренә ҡарап ҡатындың ҡайҙан икәнен, йәмғиәттә ниндәй урын тотҡанын, ниндәй нәҫелдән, уларҙың сауҙагәрме, яугирмы икәнен билдәләп булған. Ҡатын кешеүҙенең ҡиәфәте менән бөтә тарихты һөйләй алған.
Башҡорт ҡатын – ҡыҙ костюмының үҙәге булып төрлөбиҙәүестәр менән биҙәлгән күлдәк тора.
Күлдәк аҫтынан төрөктәрҙеке кеүек тегелгән ыштанкейгәндәр. Күлдәк өҫтөнән тәңкәләр менән биҙәлгән камзул кейгәндәр. Кейемдәрҙесигеп биҙәгәндәр. Ҡара бәрхәт йәки сатин халаттарҙы, елән, бишмәттәрҙебашҡорттарға хас ҡыҙыл, йәшел, һары төҫтәр ҡулланып сигеп биҙәгәндәр.
Ҡатындарҙың күлдәгенең төп элементы булыптүшелдерек торған, ул түштең асыҡ ерен ҡаплаған. Түшелдеректәрҙеңформалары төрлө ерҙә төрлөсә эшләнгән, оҙон, ҡыҫҡа, өсмөйөш, түңәрәк булған.Уларҙы төрлө биҙәктәр, тәңкәләр менән биҙәгәндәр.
«Башҡорт энциклопедияһы»нда түш биҙәүестәрен ҡатын‑ҡыҙҙар байрам, йолаваҡытында йәки көндәлек кейгән кейеменә таҡҡан, типяҙылған. Селтәр (яға, хәситәне) күлдәк йәки камзул өҫтөнән кейгәндәр. Улармәрйен, сәйлән, ваҡ диңгеҙ ҡабырсағы, тәңкәләр баҫылған беше туҡыманан (эсенәбуҫтау йәки йоҡа кейеҙ һалып тегелгән ҡыҙыл туҡыма) һәм билдәле бер тәртиптәтегелгән тар туҡымаларҙан торған. Бик күп мәрйен һәм тәңкәләр баҫылған,ауырлығы 5–6 килограмға еткән селтәрҙәрҙе башлыса кейәүҙәге ҡатындар йөрөткән.Йәш ҡыҙҙар мәрйен муйынсаҡ таҡҡан.
СветланаШитованың «Башҡорт халыҡ кейеме» китабында яҙылыуынса, этнографтарбиҙәүестәрҙең кешеләрҙең социаль хәлен билдәләгән. Селтәргә тегелгән тәңкә,мәрйен һәм башҡа зиннәтле әйберҙәр ғаиләнең етеш йәшәүе, кешенең йәмғиәттәниндәй урын биләүе күрһәткесе булған. Түшелдеректәр ҡыйбат булыуға ҡарамаҫтан –уларҙың ҡайһы берҙәре XIX быуат аҙағында ат йәки һыйыр хаҡына баһаланған –уҙған быуат башында ғына әле улар киң таралған һәм күп булған. Күптәре музейзаһаҡлана.
II. ТЕРРИТОРИАЛЬАЙЫРМАЛЫҠТАР
Көньяҡ-көнсығыш һәм көньяҡ башҡорттарында түш биҙәүесеүҙенсәлектәре — селтәр:
• Ҙур, оҙонса, трапецияға оҡшашформала.
• Муйынында уйымы бар.
• Ҡуша тегелгән киң билбауы һәмбиҙәүесте тотоп торған яҫы бауҙары була.
• Селтәрҙең өҫкө яғына мәрйендән түңәрәк йәки ярым түңәрәк рәүешендәге тығыҙбиҙәк төшөрөлгән, ситенә тәңкәләр тегелгән.
Көньяҡ-көнсығыш түш биҙәүестәрендә тәңкәләр менән бергәмәрйендәр өҫтөнлөк итә. Бил тирәһендә өсәр-дүртәр рәт тәңкәле бындайселтәрҙәрҙе бөрйән, түңгәүер, үҫәргән башҡорттары йөрөтә – был территорияныңбашлыса көньяҡ райондары.
Көнсығыш Урал аръяғы
Учалы районының төньяҡ өлөшө, Силәбе һәм Ҡурған өлкәләре түшбиҙәүесе— яға:
• Трапеция рәүешендә: өҫкө яғы түңәрәкләнеп торған, аҫҡа ҡарай киңәйә барғанбиҙәүес.
•Ситтәренә тәңкә, мәрйен баҫыла.
• Тәңкәләрүрге өлөшөндә – рәт итеп, ситтәрендә бер — береһенә кереп торған арҡыры буйҙаритеп баҫыла. Тәңкәнән тыш, ювелир медальондар, мәрүәт таштар, аҡыҡ ҡулланылған.
•Уртаһы мәрйендән теҙелгән селтәр, тәңкәләр, сулпы һәм бауға баҫылған эре тәңкәһәм айылдар менән биҙәлә. Уны яурынға беркеткәндәр. Ғәҙәттә биш-ете бауы була.Шулай итеп, атлағанда, айырыуса бейегәндә сыңлау йәки сылтырау эффектынаөлгәшкәндәр.
Селтәрбил тәңгәлендә билбау менән нығытылған. Уҙған быуатта һәм унан алдараҡ көнсығышУрал аръяғында яғаны иңһәлек менән бергә кейгәндәр. Уға ваҡ тәңкәләр, айыл,мәрйен, ҡабырсаҡ баҫылған. Селтәрҙәге кеүек үк, мәрйен селтәре ҡуйыла. Иңһәлекмәрүәт һиҙәптәр, мәрйен, тәңкәләр менән ҡапланған өс суҡ менән тамамлана. Яғаменән был биҙәүес мәрйен баҫылған сәсәкле яғалыҡ төшөп торған бау менәнберкетелә.
С.Н.Шитоваәйтеүенсә, иң бай түшелдерек көньяҡ-көнсығыш яҡтарыныҡы булған. («Хазина»программаһы, «Кашмау» тапшырыуы, 2010 й.)
Төньяҡ-көнсығыш, Әй, Йүрүҙән, үрге Ҡариҙел буйҙары түш биҙәүесе – муйынса:
• Формаһы буйынса бәләкәй. Трапеция рәүешендә муйын уйымы ҡалдырылған һәм аҫҡыөлөшө түңәрәкләтелгән кизе-мамыҡ туҡыма менән ҡапланған йөн буҫтау киҫәгенәнғибәрәт.
•Туҡыма өҫтөнә тәңкәләр бер‑береһенә тығыҙ итеп тегелгән, ҡайһы берҙә –муйынсаҡ, һирәкләп мәрйен менән биҙәлгән.
•Түбәнге рәтенә – бер һумлыҡтар, айылдар, үрҙәрәк ваҡ тәңкәләр урынлаштырылған.
• Биҙәүестең ситтәрен уҡа, сылбыр менән дә биҙәгәндәр, мәрүәт йәки төрлөтөҫтәге һиҙәптәр ҙә баҫылған.
• Муйынсаның муйынғатағыу өсөн бауҙары булған.
•Ҡайһы ваҡыт тәңкәләр араһына күк, ҡыҙыл, йәшел быялалы ювелир медальондартегелгән.
•Биҙәүестең билбауына ла ҙур иғтибар бирелгән. Уны нағышлап, көмөш еп менәнҡайып сиккәндәр, рәт итеп теҙелгән төрлө төҫтәге өсмөйөштәрҙән торғанаппликация менән биҙәгәндәр.
«Әй, Йүрүҙән һәм үрге Ҡариҙелбуйы биҙәүестәре көньяҡ һәм көнсығыштағыларға ҡарағанда төҫһөҙөрәкбулғанғалырмы, улар боронғо музей коллекцияларында булмай сыҡты. 50-се йылдараҙағында ғына Санкт-Петербургта Дәүләт этнография музейында ошондай ике биҙәүесһаҡлауға ҡуйылды. Әлеге ваҡытта муйынса Өфө ғилми үҙәгенең археология һәмэтнография музейында ла бар», — тиелә СветланаШитованың китабында.
Көньяҡ-көнбайыш башҡорттары биҙәүесе (ҫаҡал, һаҡал).
һаҡал Өфөгә яҡынрайондарҙа, Дим йылғаһы бассейнында һәм Туҡ-Соран (Ырымбур) башҡорттарындаосраған.
• Түш биҙәүесенеңразмеры төрлөсә булған. Ҡайһы берҙә ул айылдар, медальондар менән һалынып төшөпторған.
• Сите рәт итепмәрйен баҫылған киң таҫма менән ҡаймаланған; мәрйен һыҙаттары ишелгән сылбырменән уратылған. Түшелдеректең ситенә ҡыңғырауҙар, тимер үҙәкле аҡыҡ бөртөктәренығытылған. Күп биҙәүестәр – ҡыңғырауҙар, аҡыҡ сулпылар, көмбәҙ рәүешендәгеайылдар, мәрйендәр Урта Азиянан ҡайтарылған.
Ағиҙелдең уң яҡярында, Еҙем буйында, табындарҙа һәм урман ҡыпсаҡтарында аҫтан түңәрәкләтелгәнһаҡал, Дим башҡорттарыныҡы менән сағыштырғанда, өлөшләп бүленгән композиционҡоролошло булған.
• Көрәк рәүешендәге,аҫҡа ҡарай киңәйә барған формалы.
• Ситтәрен мәрйендәр менән ҡаймалау, ҡыңғырауҙар һәм аҡыҡ бөртөктәре менәнбиҙәү һаҡланған.
Төньяҡ һәм төньяҡ-көнбайыш башҡорттары һул яурындан уң ҡулаҫтына ҡыя бәйләнгән иңбаш ҡайышы (әмәйлек, дәүәт, хәситә)йөрөтә. Был биҙәүес медальон һәм тәңкә менән биҙәлеп, дүңгәләкле сылбырҙанэшләнгән өс ҡатлы муйынсаҡ (һырға), оҙон, сыңлап торған сулпылы алынмалы яға(яға сылбыры), муйын тәңкәһе, гәрәбә муйынсаҡтан тора.
Урыны менән үрҙә һаналған түшелдеректәр төрө менән бергәбашҡа биҙәүестәр ҙә булған. Уҡа һәм тәңкәләр рәте менән ҡапланған ҙур булмағантүшелдерек башкиҙеү йәки алмиҙеүҙе Бөрйән,Баймаҡ һәм башҡа күрше райондарҙа элек ҡыҙҙар күлдәк өҫтөнән кейгән. Һуңғытиҫтә йылдарҙа ул оло ҡатын-ҡыҙҙар кейеменә күсте. Уны биҙәү өсөн мәрйендеһирәк ҡулланғандар, шулай ҙа ҡайһы ваҡыт тәңкәләр араһында эре мәрйен бөртөктәре,мәрүәт тағылған.
Борай районы башҡорттары биҙәүесе – иҙеү. Ҡара, бәрхәттуҡыманан тегелгән. Алтын һәм көмөш төҫөндә позумент, лента менәнбиҙәкләгәндәр. Аҙ ғына тәңкәләр тегелгән була. Минең иҙеүҙәр стилизованныйҙар.
III. ТҮШЕЛДЕРЕКТЕҢ ӘҺӘМИӘТЕ
Минең өләсәйем Яппарова Ралия Шәрифулла ҡыҙы 1954 йылда Борай ауылында тыуған. Күп балалы ғаиләлә тәрбиәләнгән. Ул минем башҡорт телен уҡығанымды белә, башҡорт халҡының милликейемдәре менән танышыуымды белгәс, түшелдерек турыһында һөйләп үтте.Түшелдерек тегә башлауымда беренсе аҙымдарҙы ул өйрәтеп бирҙе.
Муйынды,күкрәкте, эсте ҡаплап торған кейемде һаҡал, яға йәки селтәр тиҙәр. Уның төрҙәребик күп. Шау тәңкәнән торғаны, мәрйендән генә эшләнгәне, көмөш тәңкә менәнмәрйендән торғаны бар.
Һәрбашҡорт ырыуҙарының үҙ тамғаһы булған кеүек үҙ еләне һәм һаҡал, селтәре бар.
Һаҡал,селтәр, яға өсөн тәүҙә ерлек нигеҙ тегелә. Тәңкә, мәрйендәрҙе теңкетерлекҡалын, ныҡлы дауар алына. Уны ҡыҙыл төҫтәге сатин менән тышлайҙар. Һаҡалдыңситтәре беше дауар менән ситләнә йәки ҡаты уҡа баҫыла.
Һаҡалдыбаштан уҡ теүәл эшләр кәрәк. Оҫта һәр бер тәңкәне һәр мәрйен бөртөгөн тигеҙҡуйырға тейеш. Һаҡалдар бер тәртиптә эшләнә – бер береһенән ҡайһы бер тәңкәләременән айырыла.
Кейемгәтәңкә йәки мәрйен тегеүҙе тәңкә баҫыу йәки мәрйен баҫыу тип әйтәләр. Кораллутрауҙарынан, диңгеҙ төптәренән табылған мәрйендәрҙе элек-электән баҙарҙаналғандар.
Көмөштәңкәләрҙән һәм мәрйендәрҙән яһалған һаҡалдарҙы милли байрамдарҙа, тантаналываҡиғаларҙа кейәләр. Әсәйҙәр уларҙы ҡыҙҙарына, ейәнсәрҙәренә һәм килендәренәбүләк итәләр.
Былһаҡалды мин кейһәм үҙемә боронғо, ысын башҡорт ҡыҙы һымаҡ хис итәм, сөнки шулзаманала йәшәгән һымаҡ. Көмөш тәңкәләре бит көс бирәләр, ҡатын-ҡыҙҙар бөтәһе ләкөмөш алҡалар, мәрйендәр һәм көмөш тәңкәләрҙән эшләнгән һаҡал таҡҡандар.
Ғалимдарһәм тарихсылар фекеренсә, башҡорт ҡатын кейемдәре төрки халыҡтар араһында иңтөрлө һәм бай.
Башҡортмилли кейеме бөгөндә хозур һәм зиннәтле ил күрке булып тора.
Күҙҙең яуын алырҡашмауҙар, хәситәләр, таҡыялар эшләү, түҙемлек һәм ныҡышмаллыҡ талап итә.Матурлыҡтың байлылыҡтыҡы кеүек сиге юҡ.
Ағинәйҙәр әйтеүенсә,күңел йылыһын, күҙ нурын түгеп эшләнгән әйбер бер ваҡытта лаҡиммәтен юғалтмай.
IV. БАШҠОРТМИЛЛИ КЕЙЕМДӘРЕ БӨГӨНГӨ КӨНДӘ ҺӘМ ХӘҘЕРГЕ МОДА.
Башҡорт милли кейемдәрен ҡайһыларын ҡайтарырға була һәмбесеү-биҙәү менән заманға яраҡлаштырып теккән кейемдәрҙе йәштәр кейерҙәр инемеикән тигән һорау тыуа.
Дизайнер-эшҡыуарҙар – этно-футболкалар эшләп, миллибиҙәүестәрҙең популярлығын арттырҙы. Заман ҡатын-ҡыҙҙары өсөн ысын башҡорттүшелдереге төшөрөлгән трикотаж кейем (этно-футболкалар)сығаралар. Этно-футболкалар менән ҡыҙыҡһыныусылар бар. Төп аудитория, әлбиттә,ҡатын-ҡыҙҙар. Йәш ҡыҙҙар йышыраҡ ала. Футболкаларҙы бүләккә күпләп алалар.Мәҫәлән, сит илдә йәшәгән дуҫтарына һәм туғандарына алып китәләр. Коллективменән дә эшләтәләр, мәҫәлән, Борай ауылы Баланы үҫтереү үҙәге 1-се балаларбаҡсаһы. Уларҙың фотоһүрәттәре менән сайттарында танышырға мөмкин.
Етештереү технологияһы ҡатмарлы түгел һәм яҡынса
40 минут ваҡыт ала: компьютер дизайны эшләнә һәм
кизе-мамыҡ футболкала түшелдерек һүрәте баҫыла.
Башҡорт түшелдерегереспубликаның иң мөһим һәйкәлдәренең береһендә – Дуҫлыҡ монументындакәүҙәләндерелгән. Һәйкәл Башҡортостандың Рәсәйгә ҡушылыуының 400 йыллығынатөҙөлгән. Монумент нигеҙендә – рус һәм башҡорт ҡатындарының ике бронзафигураһы. Улар «ҡылыс»тың ике яғында урынлашҡан һәм бер-береһенә тыныслыҡ һәмтеләктәшлек символы – лавр веногы һонған. Был ике ҡатын – Рәсәй һәмБашҡортостан символы.
ufa-gid.com порталымәғлүмәтенә ярашлы, скульптор Михаил Бабурин рус ҡатыны фигураһын ҡыҙына ҡарапэшләгән, ә бронзала башҡорт ҡатын-ҡыҙы характерын сағылдырыр өсөн модель эҙләп,ул ярҙамсыһы менән ауылдар буйлап йөрөй. Натуранан һүрәттәр яһай, характерлы,ғәҙәти булғанын һайлап алалар. Шулай ҙа һәйкәл ансамбленә ингән башҡорт ҡатыныһыны өсөн модель итеп скульптор Мәскәү вузы педагогы, Өфө ҡыҙы Зөһрә Моратованыһайлай. Тәүҙә ул баш тартһа ла, һуңынан ризалаша – һын-ҡиәфәтен төшөрөү өсөндүрт ай оҫтаханаға йөрөй.
Башҡортостандағы VI Бөтәдонъя фольклориадаһы сиктәрендә башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының милли биҙәүесе –түшелдерек булдырылды. Уға ошо фестивалдә ҡатнашҡан 37 ил вәкиленең тәңкәһеберкетелде.
Һуңғы элемент сараны ябыутантанаһы барышында тегелде. Иҫтәлекле экспонат республика Милли музейындаһаҡланасаҡ.
V. ӘҘӘБИ ӘҪӘРҘӘРҘӘ ТҮШЕЛДЕРЕК ТУРАҺЫНДА
Селтәр йәки түшелдерек – башҡорт ҡатын-ҡыҙ кейеменең иң сағыудетале. Уның тураһында нәфис әҙәбиәттә лә һәм фольклорҙа ла осратырға мөмкин.
Таңсулпан Ғарипованың «Ай менән ҡояш бер генә» китабындаүҫмер ҡыҙ бала Ғәлиә үҙ ҡулдары менән түшелдерек-хәситә яһай. Ул үҙенеңтүшелдерегенә сылтыраҡ тәңкә таҡҡанын һөйләй. Ғәлиә кемдең ниндәй аҡса бүләкиткәнен иҫендә тота. Тимәк, борон ауылда шундай ғөрөф-ғәҙәт булған: ҡыҙҙарғакилендәр, еңгәләр тәңкәләр бүләк иткәндәр.
Шулай уҡ Степан Злобиндың «Салауат Юлаев» романында Салауаттыңдуҫы Хәмит үҙенең апайына алтын биҙәүесле түшелдерек бүләк итеү тураһындахыяллана. Ир-аттың ошондай бүләк яһауы намыҫ эше була.
Зәйнәб Биишеваның «Кәмһетелгәндәр» романында Йәнештең шундайһүҙҙәре бар: «Эй аллам да, эшем бик күп ине бит әле. Саҡырмаһағыҙ ҙа ярар инелә. Әйҙә, ҡыҙым Емеш, барайыҡ булмаһа. Мә, сатин күлдәгеңде кей. Хәситәңде таҡ.Кешмир яулығыңды ябын. Мә, сәс тәңкәңде лә таҡмай ҡалдырма, штобы матур кейен».Күреүебеҙсә, был әҫәрҙә лә хәситә тураһында һүҙ сыға.
Ҡыҙҙарҙың статусын билдәләй торған таҡмаҡтар ҙа бар.
Тәңкәлеҡыҙ, тәңкәле ҡыҙ, Алып сығып йөрөһәң ине
Тәңкәлеҡыҙ байҙарҙа. Еләкбешкән айҙарҙа.
Былйырҙан күренеүенсә, тәңкәләр бай ҡыҙҙарында ғына булған.
Бына тағы халыҡ йыры:
Алтынғына тәңкә, ай, бирәйем,
Алмиҙеүкәйеңәлә баҫырһың.
Халыҡйыры «Ләү сәтин”:
Ләү,ләү ләү сәтин,
Күлдәгекөрән сәтин.
Уҡа икән иҙеүе лә –
Йөрәгемдең түҙеүе.
VI. АНКЕТАҺОРАУҘАРЫНА ЯУАПТАР
Мин Борай 2-се гимназияһының уҡыусылары араһындаанкета һорауҙарына яуап алдым.
5-9 класс уҡыусыларының анкета һорауҙарына яуаптары:
Класс |
Уҡыусылар һаны |
Нимә ул түшелдерек? (Һаҡал, селтәр, иҙеү) |
Һеҙҙең түшелдерек тағаһығыҙ киләме? |
Түшелдерек яһаусы оҫталарҙы беләһегеҙме? |
||||
Эйе |
Юҡ |
Эйе |
Икеләнә Представленная информация была полезной? ДА 59.4% НЕТ 40.6% Проголосовало: 1133 |
Эйе |
Юҡ |
|||
|
|
|
|
|
|
|
|
|
5 |
12 |
5 |
7 |
5 |
7 |
3 |
9 |
|
|
|
|
|
|
|
|
|
|
6 |
19 |
8 |
9 |
7 |
12 |
4 |
15 |
|
|
|
|
|
|
|
|
|
|
7 |
15 |
7 |
8 |
7 |
8 |
3 |
12 |
|
|
|
|
|
|
|
|
|
|
8 |
17 |
17 |
0 |
15 |
2 |
10 |
7 |
|
|
|
|
|
|
|
|
|
|
9 |
11 |
10 |
1 |
5 |
6 |
5 |
6 |
|
|
|
|
|
|
|
|
|
|
Шулай итеп, уҡыусыларҙың күбеһетүшелдеректең нимә икәнен белмәйҙәр. Белгәндәрараһында 8-се класс ҡыҙҙары, сөнки уларҙа быйыл туған телдәр декаднигы сиктәрендә“Түшелдерек яһау” оҫталыҡ класы үтте. Бөтә 8-се класс ҡыҙҙарының үҙҙәренеңтүшелдереге булды, хатта оҫталар менән дә танышып үттеләр. Үҙем эшләгәнтүшелдеректе күрһәтеп, гимназиябыҙҙың, хатта районыбыҙҙың бөтә уҡыусыларын ҡыҙыҡһындыраалырмын тип ышанғым килә.
ЙОМҒАҠЛАУ
Ағас күрке –япраҡ, әҙәм күрке – сепрәк” тигән әйтем бар башҡорттарҙа. Әҙәм тәнендә барлыҡҡакилгән замандарҙан алып, кейем кешене һыуыҡ, эҫе, ел-ямғыр кеүек тәбиғәтстихияһынан һаҡлаусы ғына түгел, уның мәҙәни-социаль статусын, этник сығышынбилдәләүсе лә, шул уҡ ваҡытта кешенең эске донъяһы – рухиәтен, эстетик-мәҙәниҡараштарын, аң-белем һәм художестволы зауыҡ кимәлен күрһәтеп тороусы билдә ләул. Башҡорттарҙың бөгөнгө көнгәсә килеп еткән боронғо милли кейеме башҡа берхалыҡта ла булмағанса үҙенсәлеге менән айырылып тора. Традицион башҡорткостюмдарында бер ваҡытта ла арзан яһалма биҙәүестәр, быяла мунсаҡтар булмаған.Алтынға ла ҡыҙыҡмаған башҡорт – көмөштө үҙ иткән, сөнки тап ошо металдың шифалыдауалау үҙенсәлектәрен белгән һәм уның яман көстәрҙән һаҡлағыс тылсымынаышанған.
Әгәр ҙәхалҡыбыҙ үҙ асылын (ә ул милли кейемдәрҙә бигерәк тә сағылыш таба) ҡәҙерләпһаҡлай икән, тимәк, бөгөнгөбөҙ ҙә, киләсәгебеҙ ҙә ышаныслы, оҙон ғүмерле булыр,тип уйлайым. Милли колорит, ошо стилдәге кейем һәм биҙәүестәр кешенең рухиасылын ғына ла күрһәтеп ҡалмай, минеңсә, был һәр кемдең үҙ-үҙен раҫлау сараһыла. Бик яҡшы башланғысҡа нигеҙ һалынды, халҡыбыҙ ҡомартҡыларын тергеҙеп,беҙ киләсәк быуындарыбыҙ рухын да һаҡлаясаҡбыҙ, тимәк.
Ҡәҙерле башҡорт халҡы, аҙ-аҙлап ҡына милли үҙенсәлектеҡайтарырға кәрәк. Өйҙә лә сигеүле таҫтамалдар эленеп торһон, ашъяулыҡтарйәйелһен, ҡораулы ултырғыс юрғандары ятһын. Бындай матурлыҡтан күңел ял ғынаала.
Һәр башҡорт өйөндә ҡурай менән ҡумыҙ тоторға кәрәк. Үҙеңуйнамаһаң, башҡалар уйнар. Ҡунаҡтарыңдың береһе уйнап ебәрер.
Башҡорт өйөндә башҡорт рухы яңғырап торһон ине. Беҙ хәҙерҙәнүк үҙебеҙҙең рухи байлығыбыҙҙы үҙебеҙ йыйыу хәстәрлеген күрәйек.
ҠУЛЛАНЫЛҒАН ӘҘӘБИӘТ
1. Зәйнәб Биишева «Кәмһетелгәндәр»: роман/ З.А.Биишева.-Өфө:Башҡ.кит.нәшр., 1990.-432 б.
2. Бикбулатов Н.В. Башҡорттар: этник тарихы һәмтрадицион мәҙәниәте / Н.В. Бикбулатов, Р.М. Юсупов, С.Н.Шитова и др.– Өфө:Фәнни. изд. «Башҡорт энциклопедияһы», 2002.– 246б.
3. Бикбулатов Н.В. Фатыхова Ф.Ф. ХIХ–ХХ быуаттабашҡорттарҙың ғаилә көнкүреше /– М.: Наука, 1991.– 189 б.
4. ТаңсулпанҒарипова «Ай менән ҡояш бер генә»: повесть һәм хикәйәләр Т.Ғарипова ; [ред.М.С.Игебаева] .-Өфө: Башҡ.кит.нәшр.,1990.-272 б.
5. Степан Злобин «СалауатЮлаев».-Башкирское книжное издательство,1955.
6. Камалиева А.С. Башҡорткейеме.-ГУП РБ «Китап», 81 б.
7.Никольский Д.П. Башҡорттар. Этнографик һәм санитар-антропологик тикшеренеүҙәр/Д.П.Никольский.– СПб, 1899.– 377б.
8.Телетапшырыу«Хазина»,«Башҡорт миллибиҙәге»программа циклы.
9. Философия фәндәре докторы, профессор, БРХалыҡтары ассамблеяһы рәйесе, РФ Дәүләт Думаһы депутаты Зөһрә Рәхмәтуллинаның доклады.
10. Шитова С.Н. Башҡортхалыҡ кейемдәре/С.Н.Шитова. – Өфө: Китап, 1995. –240б.
11.https://yandex.ru/video/search?filmId=801736131008041812&text=башкирская%20национальный%20костюм%20видео&reqid=1509897938477549-369955816169095249859383-sas1-5659-V
12.http://www.yeshlek—gazeta.ru/main/konkurstar/takmak
13. https://tatbash.ru/bashkirskie/sborniki/12445-bashkortsa-jyrzar-bashkirskie-pesni-bashkir-songs-2018
14. «Башҡортэнциклопедияһы» сайты (Нагрудные украшения) http://башкирская-энциклопедия.рф/2-statya/16499-nagrudnye-ukrasheniya.html
15. «Московский домнациональностей» ДБУ сайты
https://mdn.ru/announcement/ya-lyublyu-yaratam
16. Инфоурок.Библиотека материалов «История родного края «Нагрудные украшения башкир
https://infourok.ru/istoriya-rodnogo-kraya-nagrudnie-ukrasheniya-bashkir-1969476.html
ҠУШЫМТА
Ҡушымта 1. Популяр биҙәү-түшелдерек
Ҡушымта 2. Төньяҡ-көнбайыш төбәге. Хәситә.
Ҡушымта3. Һәр сәйлән һәм тәңкә ныҡлыҡ өсөн айырым типселгән
Ҡушымта 4. Иҫке Ҡарағошауылы Ғәзизова Флүзә Тимерғәли ҡыҙы менән һөҙөмтәле һәм фәһемле осрашыу.
Ҡушымта 5. Арт-галереяла- күргәҙмәлә.
Ҡушымта 6. Ғәзизова Флүзә Тимерғәли ҡыҙының эштәре.
Ҡушымта 7. Түшелдерек тегәм.
Ҡушымта 8. Башҡорттүшелдереге республиканың иң мөһим һәйкәлдәренең береһендә – Дуҫлыҡмонументында кәүҙәләндерелгән.
Ҡушымта 9. БашҡортостандағыVI Бөтә донъя фольклориадаһытүшелдереге.
Ҡушымта 10. 5-9 синыф уҡыусыларының анкета һорауҙарына яуаптар
Класс |
Уҡыусылар һаны |
Нимә ул түшелдерек? (Һаҡал, селтәр, иҙеү) |
Һеҙҙең түшелдерек тағаһығыҙ киләме? |
Түшелдерек яһаусы оҫталарҙы беләһегеҙме? |
|
||||||
эйе |
юҡ |
эйе |
икеләнә |
эйе |
юҡ |
||||||
5 |
12 |
5 |
7 |
5 |
7 |
3 |
9 |
||||
6 |
19 |
8 |
9 |
7 |
12 |
4 |
15 |
||||
7 |
15 |
7 |
8 |
7 |
8 |
3 |
12 |
||||
8 |
17 |
17 |
0 |
|
15 |
|
2 |
10 |
|
7 |
|
9 |
11 |
10 |
1 |
|
5 |
|
6 |
5 |
|
6 |
|
Ҡушымта 11. Борай ауылы Баланы үҫтереү үҙәге 1-се балаларбаҡсаһы этно-футболкаларҙа.
Ҡушымта 12. Борай2-се гимназияһында 8-се класс ҡыҙҙары өсөн оҫталыҡ дәресе.
Ҡушымта 13. Китапханала.