X-PDF

План-конспект урока по башкирской литературе Китаптар донъяһы

Поделиться статьей

5- се класс, әҙәбиәт.
11 ноябрь, дүшәмбе.
Тема. Китаптар донъяһында.
Маҡсат. Уҡыусыларҙы китаптың тарихы менән таныштырыу, китаптарға һаҡсыл ҡараштәрбиәләу,белемдәрен арттырыу, һөйләү телмәрҙәрен үҫтереү.
Йыһазландырыу. Туп, елем, иҫке китап, балсыҡ, балсыҡ көршәк, төймә, туҙ, арҡанбәйләү һ.б.
Дәрес барышы. Уҡытыусы һүҙе.
Китап – белем шишмәһе. Китап бик күп быуаттар инде кешеләргә тоғро хеҙмәт итә.Әлеге китап кимәленә еткәнсе, улар бик оҙон, ҡыҙыҡлы үҙгәрештәр кисергән. Беҙғүмеребеҙ буйына китаптарға мөрәжәғәт итәбеҙ, уларға шул тиклем өйрәнгәнбеҙ,хатта уларҙы ябай нимәләр итеп күҙ алдына баҫтырабыҙ. Ә бит улар, ысынмәғәнәһендә, мөғжизә: уларҙа кешеләр яҙмышы, төрлө илдәр, ҡалалар яҙмышы. Китап– тере түгел –йәшәй, телһеҙ – ә үҙе һөйләй…
Бик –бик күп быуаттар элек, ҡағыҙ ҙа, ҡара ла булмаған саҡта,китаптар хаҡындаһүҙ ҙә юҡ, батыр яугирҙар, тураһында, ай-ҡояш тураһында тик телдән генәһөйләгәндәр. Ул хикәйәттәр телдән-телгә күсеп, бер быуындан икенсеһенәтапшырыла килгән. Кеше тарихындағы тәүге китаптар – улар ҡая-таштарғатөшөрөлгән һүрәттәр. Тәүтормош кешеләре бик көслө һунарсы булыуҙан тыш, иҫкиткес рәссам да булған.
Ундай һүрәттәр беҙҙең Башҡортостанда Бөрйән районында табылды.
( Шүлгәнташ мәмерйәһен күрһәтеү).
Тәүтормош кешеһе мәмерйәлә ултыра, һыуыҡтан өшөй-ҡалтырана, ләкин ул утынәҙерләргә онотҡан. Ошо онотоусанлыҡ.Ана шул онотмаҫ өсөн, хәтерҙе төйөнләргәкәрәк . Хәҙерге хаттарға яҡын ана шул предметтарҙы иҫкә төшөрә торған хәтертөйөндәре барлыҡҡа килгән. Индеецтар, мәҫәлән,шул төйөндәрҙең төҫтәренә ҡарап,нимә тураһында һүҙ барғанын хәтерләгәндәр.Мәҫәлән, һары буяу – алтындыаңлатҡан, аҡ –көмөш, ҡыҙыл – һуғыш. Төйөнлө арҡан-бауҙар ҙа төрлө булған: оҙон,ҡыҫҡа, йыуан, нәҙек.
(Бау бәйләү).
Ләкин нисек бер төйөн арҡаһында ғына бар нимәне хәтерҙә ҡалдырып булһын? Шуғакешеләр һүрәттәр эшләй башлағандар. Мәҫәлән,
(Һүрәт. Күл,ҙур балыҡ)
—  Нимә аңлата?
— Һүрәттәр кешеләргә йорт тирәһендә эшләргә лә ярҙам иткәндәр.
— Мәҫәлән, “Мин күршемдән өс үгеҙ алдым һәм йәй аҙаҡтарында уларҙы күршемәҡайтарып бирергә тейешмен”. Был һүрәттәр менән эш итеүҙе әлеге көндә лә дауамитәләр. Маҫәлән, олимпиадаларҙә бөтә ерҙә һөйләүсе һүрәттәр менән биҙәйҙәр.
— (һүрәт, ПДД буйынса һүрәттәр))
— Ләкин ябай ғына һүрәтте төшөрөү өсөн дә бик күп ваҡыт кәрәк. Һәм кешеһүрәттәрҙе ябайыраҡ төшөрә башлаған. Үгеҙҙең тик башы ғына ҡалған. Аҙаҡ тағы лаябайлашҡан: өс һыҙыҡ ҡына ҡалған : А. Боронғо халыҡ – шумерҙар бындайүгеҙ-һүрәтте алеф тип атаған. Шулай итеп кешеләр хәрефтәрҙе уйлап сығарабашлаған.Кеше уйлай, көлә, йылмая, ҡайғыра – бөтәһен дә һурәттәр менән күрһәтепөлгөрөп булмай – китаптар барлыҡҡа килә башлай. Тәүге китаптар ағас таҡталарҙанбулған: уларҙы тире, туҡымалар менән тарттырып тоташтырғандар. Тыштарыналтын-көмөш менән төпләгәндәр, аҫылташтар менән биҙәгәндәр.Төрлө илдә китаптытөрлөсә эшләгәндәр. Месопотамия тигән боронғо илдә китапты балсыҡтанэшләгәндәр. Улар тәүгеләрҙән булып мәктәптәр асҡан.Уҡыу балсыҡ әүәләүҙәнбашланған. Ни өсөн тип уйлайһығыҙ?Сөнки балалар шул йомшаҡ балсыҡтарға таяҡменән текстар яҙған.Бындай балсыҡ китаптар Месопотамияла шул тиклем күпйыйылған, иҫ киткес ҙур китапханалар барлыҡҡа килгән.
— (балсыҡҡа исемдәрҙе яҙыу)
Китаптарҙы папирустарға ла яҙғандәр. Папирус – ул үҫемлек , ҡамыш.Ошо ҡамыштыэшкәртеп, ҡағыҙ эшләгәндәр.Ләкин папирустар тиҙ онталған.Етмәһә , ике яғына лаяҙып булмаған.Яңы китап төрө барлыҡҡа килгән. Пергамент. Пергамент –эшкәртелгән тире.Ул бик ныҡлы, бөкләргә лә була, ике яғына яҙырға ламөмкин.Кешеләр тағы ла туҙға яҙғандар.
— Нимә ул туҙ? Туҙға яҙмағанды һөйләмә әйтеме шунан ҡалған.
— Туҙға нисек яҙырға була?
(туҙға яҙыу).
Новгород ҡалаһы тирәһендә бөгөнгө көндә лә бик күп туҙ яҙмалар табыла.
Хәҙерге көндә китаптарҙы ҡағыҙҙарға яҙалар. Ә бына ҡағыҙ Кытайҙа барлыҡҡакилгән.Кытайлылар бик куп быуаттар ҡағыҙ әҙерләу эшен сер итеп йәшерепһаҡлағандар. Серҙе сискән кешене хатта үлем язаһы көткән.Тик ете быуаттан һуңғына Сәмәрҡандтә
тәүге ҡағыҙ баҫылған. Китаптар бик ҡиммәт булған.Тәүге китапханаларҙа китаптартимер сылбырҙар менән стенаға беркетелә торған булған.
Рәсәйҙә тәүге китапты бынан 400 йыл элек Иван Федоров тигән кеше башлаған.Уныңэшен Иван Грозный күҙәтеп торған. Иван Федоров айҙар буйы эшләгән эште бөгөнгөкөндә машиналар бер минутта атҡара.Ошолай итеп, яйлап китапханалар ҙа барлыҡҡакилә.Папирустарҙы һаҡлаусы иң ҙур китапхана Египетта Александрийск китапханаһыбула.Ул алты быуат йәшәй, унда 700 мең папирус яҙма һаҡлана.Китапхананы 7мөғжизәнең береһе тип тә атағандар.
Хәҙерге көндә беҙҙең илдә иң ҙур китапхана Мәскәүҙә. Ул үҙе берҙур урамдытәшкил итә.Ул В.И.Ленин ис. Рәсәй Дәуләт китапханаһы.Уға 1862 йылда графНиколай Румянцев нигеҙ һалған. Донъялағы иң ҙур китап 1832 йылда Лондондабаҫыла. “Инглиз батырҙарының Пантенеоны” тип атала.Бейеклеге – 5,7 метр,киңлеге– 3,7 метр,ер хәрефе – 15 см.Ә иң бәләкәй китап “Ҡырмыҫҡалар” –Японияла.1980йылда сыҡҡан. Размеры_1,4-1,4 см.
Ә хәҙер ошо ҡәҙерле китаптар һаҡланған үҙебеҙҙең ауыл китапзханаһынакүсәйек.Беҙҙең китапханала ниндәй китаптар һаҡлана икән?
— Һүҙ китапханасы Хәйбуллина Гөлсинә Фәррәх ҡыҙына.
Уҡытыусы: Донъяла китапханалар күп төрлө, тимәк, китап үҙенең тарих башында уҡтере булған, үҙенең туранан-тура мәғәнәһендә. Китаптар тур-да ҡыҙыҡ мәғлүмәттәркүп. Мәҫәлән, тарихта шундай бер ваҡиға билдәле. Бер бик бай рим кешеһейәшәгән.Ул үҙенә тере кешеләрҙән тотош китапхана төҙөгән. Ҡолдар һата торғанбаҙәрҙа аҡыллы ҡолдарҙы һатып алған. Был ҡолдар тотош китаптарҙы ятлап алғандарһәм ҡунаҡтар алдында йырлап-һөйләп күрһәткәндәр. Боронғо Ассирия илендә бербатша балсыҡ китаптар йыйған. Бер ваҡыт ҙур янғын булған. Бөтә ҡала яныпбөткән, ә китаптарға бер ни булмаған. Боронғо гректар китапты балауыҙҙан даэшләп ҡараған. Кирбестән эшләнгән китаптар ҙә бар. Иң ҡыҙыҡлыларының береһе –китап-лента. Ул лента 100 аҙымдан тора.Хәҙерге көндә бер япон фирмаһы китаптыдөгө ҡамырынан эшләгән, етмәһә, тәмләткестәр өҫтәгән. Китапты уҡып та сығаһың,ашап та ҡуйырға була.Ә Парижда китап-хушбуй эшләгәндәр. Ул 30 биттән тора. Һәрбиттең үҙенең еҫе бар.Бөгөнгө көндә иң популяр китаптар – электрон китаптар.
Балалар, арып киткәнһегеҙҙер, ял итеп алайыҡ әле. Уйын. Ә беҙ китап яҙаалабыҙмы?
( Уйын. Китап тип яҙырға.10 кеше сыға.)
Уҡытыусы. Китаптар төрлө була: ҡалын да, йоҡа тышлы ла. Шағирҙар, яҙыусыларкитапҡа дан йырлай. Башҡорт әҙәбиәте китабының беҙ өйрәнәһе был яңы бүлеге ләтотош китапҡа арналған. Башҡортостандың тәүге халыҡ шағиры Мәжит Ғафури шиғырын“Китап һәм балалар” тип атаған.
(Шиғырҙы укытыу).
Һорау. Шиғыр нимә тур-да?
Уҡытыусы. Эйе кешеләр китаптан күңеленә рухи аҙыҡ ала.Уҡыусы бала китабынсерҙәш итә. Йәш кеше мең дә бер һорауына яуап эҙләй.
Ә хәҙер әңгәмәләшеп алайыҡ әле. Һеҙ ниндәй китап уҡыйһығыҙ, уҡынығыҙ йәкиуҡырға яратаһығыҙ?
Уҡытыусы.Һүҙ ҡунаҡтарға
(Һүҙ балаларға)
Тәүге китабығыҙ ниндәй булды? Ниндәй авторҙы уҡырға яратаһығыҙ?
Уҡытыусы. (үҙе хаҡында).
-Әнғәм Атнабаев шиғырҙары.
Һығымта. Китаптар бөгөнгө көнгә килеп еткәнсе, бик оҙон юл уҙған.Хәҙерге көндәбеҙ китаптарҙы ҡәҙерләйбеҙме һуң?Ошо һорауға яуапты егеттәр күрһәтер.
“Ике дуҫ”.
Ултырғыста Наҙгөл ултыра, китап аҡтара, үҙе ашана. Дуҫы инә (Лилиә).
Лилиә: Наҙгөл, һин нимә эшләйһең? Әйҙә, туп менән уйнарға.
Наҙгөл: Юҡ, минең ваҡытым юҡ, мин китап уҡыйым.. ( үҙе китапты шарт-шортаҡтара, үҙе ашана).
Лилиә : Нимә уҡыйһың? Лилиә, килеп китаптын тышын уҡырға булыша.
— -Эй, бында исемен аңларлыҡ та түгел.
Наҙгөл ашап бөтөрә, үҙе һөйләнә:
Наҙгөл: Уның тышына аҙыраҡ һөт түгелде ул. Мурзиктан ялатҡайным, яҙыуы юйылдыла ҡуйҙы. Исеме титул битендә бар ул.
Наҙгөл: Эй, быныһында яҙыусының исеме майланған.
Наҙгөл ҡулы менән майлы яҙыуҙы ышҡый башлай, үҙе көлә:
Наҙгөл: Фамилияһы ла тап килеп тора инде- Толстой!
Лилиә : Нимә тураһында һуң был китап? Лилиә ,тартып алам тип, битен йырта.
Наҙгөл: Ярай, әллә нимә булмаған әле. Хәҙер йәбештерәбеҙ уны.
Эй, елем бөткән икән.
Лилиә: Миндә лейкопластырь
бар. Икәүләп йәбештерәләр.
Наҙгөл: Хәҙер исемн уҡып булмай инде. Эй, ярай ҙа, унда һәр хикәйәнең үҙ исенмебар.
Лилиә : Ә һин ниндәй хикәйә уҡыйһың?
Наҙгөл: Теге ни (эҙләй, таба алмай). Ярай ҙа, һуңынан уҡырмын әле, әйҙа уйнарғакиттек.
Уҡытыусы. Малайҙарҙың ҡылыҡтары һеҙгә оҡшаймы?
Китапты нисек һаҡларға кәрәк?.
Китапты һаҡлау ҡағиҙәләре:
1. Бысраҡ ҡулдарың менән китапҡа тотонма.
2. Ашаған саҡта китап уҡыма.
3. Бер ваҡытта ла китап биттәренә яҙма.
4. Китап биттәрен аҡтарғанда, бик һаҡ ҡылан.
5. Йыртылған китап биттәрен йәбештер, башҡаларҙың да ярҙам итеүҙәрен һора.
6. Китап биттәрен бөкләмә, биттәр араһына ручка йәки ҡәләм һалма.
7. Уҡыған битеңде билдәләр өсөн, закладка һал.
Уҡытыусы.Китапты һаҡларға , ҡәҙерләргә кәрәк.
Китап тураһында бик күп фекерҙәр әйтелгән. Нимәләр беләһегеҙ?
Китап – белем шишмәһе.

— Китап беҙҙе нимәгә өйрәтә?
Ғ.Туҡай китап тураһында бына нимә тигән” Китап” шиғырында:
Һис тә күңелем асылмаҫлыҡ эсем бошһа,
Үҙ-үҙемде күрә алмайса, рухым төшһә,
Яфа сикһәм, йөҙәп бөтһәм, был башымды
Ҡуя алмайса йәнгә йылы һис бер ергә.
Хәсрәт һуңынан хәсрәт килеп алмаш-тилмәш,
Күңелһеҙ уй менән тамам әйләнһә баш,
Күҙҙәремдә кибеп тә етмәгән булһа ,
Хәҙер генә һығылып-һығылып илаған йәш,-
Шул ваҡытта мин ҡулыма китап алам,
Уның изге сәхифәләрен аҡтарам;
Рәхәтләнеп китә шунда йәнем-тәнем,
Шунан ғына дәрттәремә дарман табам.
Уҡып барған һәр бер юлым, һәр бер һүҙем
Була минең юл күрһәтеүсе йондоҙом.
Һөйләй башлайым был донъяның ваҡлыҡтарын,
Асылалыр, нурланалыр күңелем, күҙем.
Йомғаҡлау һүҙе. Тимәк, китап кешегә ни өсөн кәрәк?

Китап яҙмышы – халыҡ яҙмышы. Китап – кешелек йәмғиәте уйлап сығарған иң бөйөкмөғжизәләрҙең береһе. Китаптарҙы уҡығыҙ,һаҡлағыҙ.

Представленная информация была полезной?
ДА
61.14%
НЕТ
38.86%
Проголосовало: 1423

 


Поделиться статьей
Автор статьи
Анастасия
Анастасия
Задать вопрос
Эксперт
Представленная информация была полезной?
ДА
61.14%
НЕТ
38.86%
Проголосовало: 1423

или напишите нам прямо сейчас:

Написать в WhatsApp Написать в Telegram

ЯТТС-Рекомендации по написанию отчета по учебной и производственной практики-Гостинечное дело

Поделиться статьей

Поделиться статьейПоделиться статьей Автор статьи Анастасия Задать вопрос Эксперт Представленная информация была полезной? ДА 61.14% НЕТ 38.86% Проголосовало: 1423


Поделиться статьей

ЮУрГУ-вопросы

Поделиться статьей

Поделиться статьейПоделиться статьей Автор статьи Анастасия Задать вопрос Эксперт Представленная информация была полезной? ДА 61.14% НЕТ 38.86% Проголосовало: 1423


Поделиться статьей

ЮУГУ-Отчет_ПП-Машины непрерывного транспорта

Поделиться статьей

Поделиться статьейПоделиться статьей Автор статьи Анастасия Задать вопрос Эксперт Представленная информация была полезной? ДА 61.14% НЕТ 38.86% Проголосовало: 1423


Поделиться статьей

ЮУГУ- Курсовой проект по электронике

Поделиться статьей

Поделиться статьейПоделиться статьей Автор статьи Анастасия Задать вопрос Эксперт Представленная информация была полезной? ДА 61.14% НЕТ 38.86% Проголосовало: 1423


Поделиться статьей

ЮУГУ-ВКР-Обеспечение требований охраны труда на рабочем месте слесаря-ремонтника 5 разряда

Поделиться статьей

Поделиться статьейПоделиться статьей Автор статьи Анастасия Задать вопрос Эксперт Представленная информация была полезной? ДА 61.14% НЕТ 38.86% Проголосовало: 1423


Поделиться статьей

или напишите нам прямо сейчас:

Написать в WhatsApp Написать в Telegram
Заявка
на расчет