Төбәк-арафорум «Ғариповуҡыуҙары»
Шағираманаты.
Башҡортәҙәбиәте.
6класс
Төҙөнө: Сидорова Нәсимә Бәһәмән ҡыҙы,
башҡорт теле һәм әҙәбиәт уҡытыусыһы,
Башҡортостан Республикаһы
Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡала округының
«23-сө полилингваль күп профилле мәктәбе»
дөйөм белем биреү учреждениеһы
Тема: Шағир аманаты. (Рәми Ғарипов. «Аманат»ҡобайыры.)
Маҡсат:
1. Уҡыусыларҙы Рәми Ғариповтың тормошо, ижадыменән таныштырыу, уға ҡарата ихтирам тойғоһо уятыу,
2. Рәми Ғариповтың “Аманат” ҡобайырын өйрәнеү,уҡыусыларҙың фекерләү ҡеүәһен үҫтереү,
3. Рәми Ғарипов ижады аша Тыуған илгә, туғантелгә, туған халыҡҡа, уның үткәненә, тарихына, бөгөнгөһөнә һөйөү тәрбиәләү.
Йыһазландырыу:шағирҙың портреты, китаптары, һүҙлектәр, фото-һүрәттәр, слайдтар, аудиояҙмалар.
Дәресбарышы:
I. Ойоштороу мәле. Психологик комфорттыуҙырыу.
— Һаумыһығыҙ, уҡыусылар! Кәйефтәрегеҙнисек? Әйҙәгеҙ, кәйефтәрҙе күтәрер өсөн бер-беребеҙҙе сәләмләйек һәм йылмайыубүләк итәйек.
Уҡыусылар: Һаумыһығыҙ, уҡытыусым!
Сәләм, дуҫтар, иптәштәр!
Аң-белемгә ынтылғанда,
Уң булһын беҙҙең эштәр!
II. Мотивация тыуҙырыу.
1-сеслайд. Рәми Ғариповтың «Туған тел» шиғырынан өҙөк.
Халkымтеле миңә — хаkлыk теле —
Унанбашkа минең илем юk;
Илен һөймәҫ кенә телен һөймәҫ,
Илеюkтың ғына теле юk!
РәмиҒарипов.
Шиғырҙы уҡыусыларҙан уҡытыу.
— Шиғырҙа нимә тураһында һүҙ бара?Халҡымдың теле ниндәй тел? Эйе, башҡорт теле — туған телебеҙ. Ниндәй тел?(хаҡлыҡ теле)
— Хаҡлыҡ һүҙен икенсе төрлө нисек әйтеринегеҙ? Синонимы нисек? (Дөрөҫлөк)
Иле юҡтың ғына теле юҡ тигәнде нисекаңлатыр инегеҙ? Эйе, тел йәшәһә, ил дә йәшәй, тел юғалһа, ил дә юҡҡа сыға.Телебеҙҙе һаҡлайыҡ, яратайыҡ.
2020 йыл Башҡортостанда Башҡорт теле йылы тип иғлан ителде. (2-се слайд)
Бының төп маҡсаты – башҡорт теленһаҡлау, яҡлау, популярлаштырыу, республикала һәм башҡорттар күпләп йәшәгәнтөбәктәрҙә уны уҡытыу шарттарын төрлө кимәлдә яҡшыртыу, шулай уҡ БашҡортостанРеспубликаһында башҡорт теленең дәүләт теле булараҡ ҡулланыу даирәһен киңәйтеү.
III. Дәрестең темаһын, маҡсатын, йөкмәткеһенбилдәләү.
— Был шиғырҙы кем яҙған? (Рәми Ғарипов). Аңлауығыҙса, артабан дәрестә беҙ кемтураһында һөйләшәсәкбеҙ? Шағир тураһында нимәләр беләһегеҙ?
ДәрестәРәми Ғариповтың тормош һәм ижад юлын өйрәнәсәкбеҙ. «Аманат» ҡобайырынуҡыясаҡбыҙ.
Дәрестеңтемаһы: Шағир аманаты.
-Дәрестә нимәләр белергә теләр инегеҙ? Ниндәй һорауҙарға яуаптар эҙләйәсәкбеҙ?
-Кем ул Рәми Ғарипов? Нимә ул аманат? Ниндәй аманат ҡалдырған киләсәк быуынға?
IV. Уҡыу мәсьәләһен сисеү. Яңы теманыүҙләштереү.
1) Рәми Ғариповтың тормош һәм ижад юлынөйрәнеү.
Уҡытыусытормошо тураһында ҡыҫҡаса белешмә бирә.
— Рәми Йәғәфәр улы Ғарипов – Башҡортостандың халыҡ шағиры.(3-сө слайд)Ул 1932 йылдың 12 февралендә Салауат районы Арҡауыл ауылында тыуған. Шунда етейыллыҡ мәктәпте тамамлағандан һуң, Өфөләге 9-сы һанлы интернат-мәктәптә уҡый.Әлеге мәлдә был мәктәп уның исемен йөрөтә – Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республикагимназия-интернаты. Мәскәүҙәге А.М.Горький исемендәге әҙәбиәтинститутында белем ала. «Совет Башҡортостаны» гәзите, «Ағиҙел», «Башҡортостанҡыҙы» журналдары редакцияһында, китап нәшриәтендә эшләй. Ҡыҫҡа ғына ғүмерэсендә ул тиҫтәләгән китаптарҙан торған бай мираҫ ҡалдырҙы.
Совет милли сәйәсәтенә тәнҡит күҙлегенән ҡарағаныөсөн милләтселектә ғәйепләнеп,эҙәрлекләүҙәргә дусар ителә. Уның күп шиғырҙары шағир тере саҡта баҫылмайынсаҡала. 1964 йылда яҙылған «Табыныу» поэмаһы 1987 йылда ғына донъя күрә. 1988йылда Рәми Ғариповҡа үлгәндән һуң Салауат Юлаев исемендәге республика премияһыбирелә.
Уның шиғри юлдары афоризмдар булып, йыш телгә алына. Мәҫәлән: «(башҡорт) батшаларға башынэймәгәнде, башҡаларға ғына баш эймәҫ»; «Йөрәгендә халҡы булмағандың кешебулырға ла хаҡы юҡ» һәм башҡалар.
2) Төркөмдәр менән эш.
Уҡыусыларҙытөркөмдәргә бүлеп, шағир тураһында сығыштар әҙерләп килергә ҡушылғайны.
4-сеслайд.
Беренсетөркөм.
Рәми Ғарипов – Башҡортостандың халыҡ шағиры. Шиғриәт менән ул Өфөлә интернаттауҡыған сағында ныҡлап ҡыҙыҡһына башлай. Тәүге шиғырҙарын бында ижад итә.Илленсе йылдар башында Мәскәүҙәге атаҡлы һәм донъялағы берҙән-бер уҡыу йортонда– Максим Горький исемендәге Әҙәбиәт институтында белем алыу, Маршак,Паустовский, Сельвинский кеүек һүҙ оҫталарының дәрестәрен тыңлау йәш шағиралдында тағы ла киңерәк офоҡтар аса, шиғри һүҙгә талапсаныраҡ ҡарарға,яуаплыраҡ булырға өйрәтә. Институтты тамамлаған йылда, 1954 йылда, тәүге китабы«Йүрүҙән»донъя күрә. 1958 йылда «Таш сәскә»исемле икенсе китабы баҫылып сыға. Артабан«Һабантурғай йырҙары», «Осоу», «Умырзая йыры», «Аманат», «Миләш — кәләш» һәмбашҡа йыйынтыҡтары матбуғатта ла, уҡыусылар араһында ла һәйбәт баһа алды.
5-се слайд. Китаптары.
Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим Рәми Ғариповтың «Әсәм ҡулдары» шиғырытураһында ошолай тигәйне: «Был әҫәр мине тулҡынландырҙы тип кенә әйтһәм, аҙбулыр, ул минең йөрәгемде көйҙөрөп алды. Ябай ғына хикәйә – хәтерләү. Һуғышваҡытында тол әсә менән етем ҡалған бала бесән сабырға килә. Әсә улыныңсалғыһын янып бирә, нисек сабырға өйрәтә (әсә!) бала саба башлай:
Атайыңда шулай саба ине –
Былтиклем дә оҡшар икәнһең…-
тиәсә. Ябай ғына яҙылған был шиғырҙы мин беҙҙең башҡорт поэзияһында әсә хаҡындаиң яҡшы әҫәрҙәр рәтенә индерер инем».
Икенсетөркөм.
РәмиҒарипов- фольклорсы.
Рәми Ғариповтың эш бүлмәһендә Башҡортостандың картаһы эленеп торған. Ул картаәле булһа ла һаҡлана. Республикала Рәми Ғарипов булған урындар унда шағирҙың үҙҡулы менән билдәләнгән. Был картала тоташҡан һыҙыҡтарға ҡарап, илгиҙәр шағирҙыңтынғыһыҙ юламан булыуы күренә. Мәскәүҙә уҡыған йылдарҙа йәйге каникул ваҡытындаул йәйәүләп Башҡортостандың байтаҡ райондарын йөрөп сыға, сәсән олатайҙар,инәйҙәр менән осрашып, халыҡ ижад иткән һүҙ ынйыларын яҙып ала. Ул һәр беркүргәне тураһында уйланыр булған. Юлдан шатланып, йә бойоғоп ҡайтыр булған.Шағирҙың ғәжәп бай архивында төрлө йылдарҙағы сәфәрҙең иҫтәлеге булғантиҫтәләгән блокноттар һаҡланып ҡалған.
Өсөнсөтөркөм.
РәмиҒарипов – тәржемәсе.
Рәми Ғариповтың шиғри тәржемәләре уның ижадының интернациональ рухын тағы латулыраҡ асыусы бер күренеш. Ул башҡа халыҡтарҙың һүҙ хазинаһына оло ихтирамменән ҡараны, һоҡланыуын башҡалар менән бүлешергә теләп, ошо хазиналарҙы башҡорттеленә тәржемә итте. Башҡорт поэзияһында иң күренекле тәржемәсе булып танылды.Рәми Ғарипов Рудаки, Ғүмәр Хайям, Байрон, Шиллер, Гейне, Пушкин, Лермонтов,Блок, Есенин, Твардовский, Рәсүл Ғамзатов әҫәрҙәрен тәржемә итте.
Иң яҡшы тәржемәләре тупланған йыйынтығын Рәми Ғарипов «Минең антологиям» типатаны. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был халыҡтар дуҫлығы китабы ул тере саҡта баҫтырылмай.
Әхиәр Хәкимов әйткәнсә, «Ғүмәр Хайямды бер кем, бер ҡасан, һис бер телгәҒариповтан яҡшыраҡ тәржемә иткәне юҡ».
Дүртенсетөркөм.
РәмиҒарипов – тәнҡитсе, публицист.
РәмиҒарипов үҙенең ижадына ныҡ талапсан була, башҡарҙы ла ижадҡа шулай ҡарағасаҡыра. Алтмышынсы-етмешенсе йылдарҙа әҙәбиәткә килгән йәштәргә ул аҡыллыкәңәштәрен, хәстәрлекле иғтибарын бирә. Райондарҙа йөрөгәндә шағир иң элек йәшҡәләмдәрҙе табырға, уларға ярҙам ҡулы һуҙырға тырыша. Ижадтарын тәнҡитләй,ярҙам итә. Бик күп ҡәләмдәштәренең әҫәрҙәренә рецензиялар яҙа. Рәми Ғариповпублицистик әҫәрҙәр, очерктар ижад итә. Уның публицистик мираҫы әлегә тулыһынсаөйрәнелмәгән.
Бишенсетөркөм.
РәмиҒарипов – журналист, йәмәғәт эшмәкәре.
Рәми Ғарипов «Совет Башҡортостаны» гәзите, «Ағиҙел», «Башҡортостан ҡыҙы»журналдары редакцияларында, китап нәшриәтендә эшләй. Журналист булараҡ РәмиҒарипов райондар буйлап йөрөй, бик күп кешеләр менән осраша. Уның өсөнреспублика буйлап үткән ҡыҫҡа ғына юл даоло ваҡиға, тәрән мғәнәле ижад эше ине.
Илленсе йылдар аҙағында Салауат районына ҡайтып, «Йүрүҙән» колхозында,«Һарғамыш» совхозында комсомол секретары, район гәзитендә бүлек мөхәррире булыпэшләй.
3) Ял итеү минуты.
Рафиҡ Сәлмәнов көйө, Рәми Ғариповһүҙҙәренә яҙылған «Сыйырсыҡ» йырын тыңлау, йырлау.
4) Рәми Ғариповтың «Аманат» ҡобайырынөйрәнеү.
— Нимә ул ҡобайыр? Дан йыры, маҡтау йыры.
Ҡобайыр — теге йәки был ижтимағи, әхлаҡи күренешкә халыҡсан баһа биреүсе поэтикмонолог. Ул боронғо башҡорт поэзияһының универсаль жанры. Шиғыр формаһыбулараҡ, Урал батыр, Аҡбуҙат кеүек поэмаларҙы хеҙмәтләндергән. Халыҡтыңтормош тураһындағы фәлсәфәһе был жанрҙа айырыуса яҡшы күренә. Йәшәүҙең мәғәнәһетураһында. ир- егеттең Тыуған илгә ниндәй мөнәсәбәттә булырға тейешлелегехаҡында ҡобайыр тәрән фекерҙәр менән һәм юғары хистәр менән һүрәтләп бирә.
Рәми Ғарипов Аманат, Уралымҡобайырҙарын ижад иткән.
а)Һүҙлек эше (6-сы слайд):
Аманат –завещание
Күркең бар – утебя есть почет, уважение
Бәпләп — әрләп тел менән – вдохновляя словом
Имгәк – обуза,бремя
Түмгәк – кочка,пень
Ҡор – среда, кругединомышленников.
б)Аудиояҙманы тыңлау.
в) Йөкмәткеһен үҙләштереү.
-Ҡобайырҙа нимә тураһында һүҙ бара? Ни өсөн ҡобайыр тип атаған?
Эйе,шағир туған телгә дан йырлаған. Ниндәй амнат әйтеп ҡалдырған киләсәк быуынға?Был аманат һеҙҙең өсөн яҙылған. Һеҙ, уҡыусылыр, илебеҙ киләсәге.
«Ниһуң икән киләсәк?
Кемдәрунда киләсәк?” – тип яҙа һәм шунда уҡ яуап бирә.
-Ул киләсәккә ышанамы? Эйе, ышана һәм киләсәкте матур итеп күҙ алдына килтерә.
«Ата– бабам ҡалдырған һүҙ –
Аманатымшул һиңә»- шағирҙың аманаты.
г)Уҡыусыларҙан уҡытыу.
V. Рефлексия.
—Дәрес башында ҡуйған һорауҙарға яуаптаптығыҙмы? Дәрес оҡшанымы? Ни өсөн? Һеҙ үҙегеҙ менән ҡәнәғәтме?.
-Үҙегеҙгә ниндәй баһа ҡуйыр инегеҙ?
Баһалар ҡуйыу.
VI.Йомғаҡлау.
Шулай итеп, дәрес башындабирелгән һорауҙарға яуап ҡайтарҙыҡ. Беҙ бөгөн әҙәбиәтебеҙ күгендә яҡтыйондоҙ булып балҡыған шағир, тәржемәсе, йәмәғәт эшмәкәре Рәми Ғарипов тураһында күпнәмәләр белдек.
Башҡортостандың халыҡ шағиры Р.Бикбаев:“Рәми Ғарипов үҙе ҡыҫҡа ғүмерле булһа ла, оҙон ғүмерле ижадҡалдырҙы. Рәмиҙең шиғриәте уның үҙенә ҡарағанда күпкә бәхетлерәк булды.Тере сағында ҡағылып-һуғылған шағирҙың шиғриәте хәҙер үҙенең тейешле баһаһынала бара. Уның ысын ҡәҙере арта бара.”- тине.
Эйе, РәмиҒарипов тормошта ла, ижадта ла янып йәшәне һәм эшләне. Тыуған ил, туған тел,ғүмер, йәшәү, бәхет, мөхәббәт,киләсәк һәм азатлыҡ тураһында аҫыл үрнәктәрҡалдырҙы. Ул ысын мәғәнәһендә халыҡшағиры булып халҡыбыҙ хәтерендә мәңгелек урын алды.
Уның беҙгә булған ышынысын аҡларбыҙ, аманатынатоғро ҡалырбыҙ.
Өйгә эш.
1) Һеҙ киләсәк быуынға ниндәй аманат яҙыр инегеҙ?Яҙып килегеҙ.
2) Шағирҙың аманатына һеҙҙән яуап-хат.
Ошо ике эштең береһен башҡарығыҙ.
