X-PDF

Разговоры о важном

Поделиться статьей

Башҡортостан республикаһы

Федоровка районыМуниципаль районы

Юлдаш ауылы урта дөйөмбелем биреү мәктәбе муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһы

 

 

Мин — Ташбулатов Зинур Бәхтеғәни улы бүләсәһе

“Минең ғаиләм минең республикам өсөн”

 

 

 

Башҡарҙы:

Ташбулатова Юлиә

9 класс

Етәксеһе:

Уразбаева Гөлназ Хөрмәтҡыҙы

Башҡорт теле һәм әҙәбиәтеуҡытыусыһы

 

 

 

 

Юлдаш

 

Йөкмәткеһе

 

Инеш.. 3

1бүлек. 5

ТашбулатовЗинур Бәхтеғәни улының баласағы.. 5

Iбүлек. 6

Уҡытыусылыҡэше. 6

IIIбүлек. 9

БөйөкВатан һуғышы йылдары. 9

IVбүлек. 10

Егеткешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ. 10

Йомғаҡлау. 11

Ҡулланылғанәҙәбиәт. 12

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

                                               Инеш

 

БөйөкЕңеү уңайынан телевизорҙан күрһәтелгән һуғыш киноларын ҡараған,гәзит-журналдарҙан һуғышта ҡатнашҡан ветерандар тураһында уҡыған һайынолатайымды иҫкә алам, уны ниндәйерәк булған икән тип күҙ алдына килтерергәтырышам.

Ҡыҙғанысҡаҡаршы мин уны күрмәнем,  ҡарт олатайым мин, хатта атайым  тыуғансы уҡ  вафатбулған, әммә барлыҡ туғандары яҡты иҫтәлеген бөгөн дә онотмай йөрәгебеҙҙәһаҡлайбыҙ. Уның тураһында таныш-белештәрҙең һөйләүенән , мәктәптә үткән саралараша беләм. Бына ошо уйланыуҙар был эшкә тотоноуға сәбәсе булды ла инде. Ошо эҙләнеү һөҙөмтәләре менән һеҙҙе лә таныштырып киткем, шулайуҡ олатайым исемен республика кимәленә сығарғым килә.

Эшемдеңактуаллеген ошонда күрәм: үткәндәрҙе белмәй, бөгөнгөнө белеп булмай.

Тикшеренеү эшенең маҡсаты-ҡарт олатайым Ташбулатов Зинур Бәхтеғәни улының тормош юлы һәм республикам,районым өсөн яҡты эҙ ҡалдырыуын иҫбатлау

Тикшеренеү эшенеңпредметы: олатайым Ташбулатов Зинур Бәхтеғәниулының тормош юлы

Бурыстар:

-музей материалдары менән танышыу,

-инәйем Ташбулатова Ғәлимә Зинур ҡыҙыменән әңгәмәләшеү.

-ғаилә архивын өйрәнеү, йыйылғанматериалдарҙы бер системаға һалыу

Тикшеренеү эшенеңтеоретик ҡиммәттәре:

-тыуған яҡты өйрәнеүҙә өҫтәмәматериал булып тора

Эштең практик әһәмиәте:

Кластан тыш сараларҙа, дәрестәрҙәҡулланырға мөмкин.

Тикшеренеү эшеструктураһы:

1.                Инеш

2.                4 бүлек

3.                Йомғаҡлау

4.                Ҡулланылған әҙәбиәт

5.                Ҡушымта

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

                                                1 бүлек.

                    Ташбулатов Зинур Бәхтеғәниулының баласағы

 

Ташбулатов Зинур Бәхтеғәни улы(Ҡушымта 1)  Федоровкарайоны Юлдаш ауылында 1903 йылда ярлы крәҫтиән ғаиләһендә донъяға килә.Бала-сағы батраклыҡта үтә. Кескенәнән уҡырға ынтылышы ҙур була. Уҡырға үҙалдына өйрәнә. Ғәрәп, латин, рус алфавитын һәйбәт белә. Һуңынан  ете йыллыҡбелем ала.

1921 йылғы аслыҡта ауылды ла урап үтмәй, бик күп кешеһәләк була, 200 йортлоҡ Юлдаш ауылының күптәре буш ҡала. Мырҙабаев Ғафур бабайһөйләгәндәренән, кешләр эт-бесәйҙәрҙе генә түгел, хатта кеше ите лә ашағандар.Сәйетхәтәр Именаманов исемле революционерҙың ҡатыны 6 йәшлек улын һуйып ашаухәленә тиклем барып етә. Ошондай ауыр хәлдәр булыуына ҡарамаҫтан, Зинур олатайСтәрлетамаҡ ҡалаһында 20 апрелдән 15 июлгә тиклем “Землестроители” курсындауҡып сыға, ҡыҙғанысҡа ҡаршы был өлкәлә эшләргә тура килмәй.

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

I бүлек.

                                     Уҡытыусылыҡэше

Алтыға берҙе ҡушып, һан ун булмай,
Сәғәтте алға бороп, төн көн булмай.
Белемлелек — арыҫландан көслө батыр,
Шуға атланмай, һинең төшөң һис өн булмай.

Был юлдарҙы  билдәле башҡорт мәғрифәтсе-шағиры Мифтахетдин Аҡмуллаяҙған. Эйе, белемһеҙ теләгәнеңә ирешеп булмағанын аңлай, минең олатайымЗинур.Ырымбур халыҡ мәғарифы институты асылыуы тураһында белеп ҡала (1919 йылдың 19 октябре — Ырымбурхалыҡ мәғарифы институтына нигеҙ һалына.

1930 йылда Ырымбурхалыҡ мәғарифы институты Ырымбур дәүләт педагогия институты типүҙгәртелә.

19381957 йылдарҙа типаталған В. П. Чкалов исемендәге Чкалов дәүләт педагогияинституты тип аталған.

1996 йылда институтыП. Чкалов исемендәге Ырымбур дәүләт педагогия институты университеты статусынала — Ырымбур дәүләт педагогия университеты.)¹  һәм шундабелем алғыһы килә башлай. Ул ваҡытта уға 18 йәш тулған була.Институтҡа күршебатыр ауылынан Зинәтулла Аҡсурин менән барырға тейеш булалар. Тап ошо мәлдәЗинәтулланың ата-әсәһе үлеп китә, артабан институт тураһында  мәғлүмәт юҡ.

1926йылда Стәрлетамаҡ ҡалаһында башҡорт педагогия техникумы асыла. Зинур Ташбулатовунда 2 йыл белем ала һәм тыуған ауылында уҡытыусылыҡ эше менән шөғөлләнәбашлай.

Музейматериалдарында Юлдаш ауылынан Зәйнәғәбдинова Закира Мөхәмәтғәли ҡыҙыиҫтәлектәрендә, Зинур Бәхтеғәни улының бик яҡшы уҡытыусы булыуы тураһында әйтепкителә. Уҡырға ғына түгел, йырларға ла, бейергә лә өйрәтеүе хаҡындаһүҙ бар.“Декломацияны (шиғырҙы шулай итеп атай) күп ятлатты, һәр бер байрамға ғынатүгел, хатта көн дә бирә ине. Тәнәфес мәлендә беҙҙең менән йүгереп уйнар ҙаине”-тип яҡты хәтирәләр менән иҫләйҙәр оло быуын кешеләре.

ҠатыныКәримә оләсәй менән ауылда бик күп саралар үткәргән, спектаклдәр ҡуйып йөрөгән.

1928йылда ауылда “Ҡыҙыл урал” колхозы төҙөлгәс тә, беренселәрҙән булып ҡатыныКәримә менән колхозсылар сафына баҫалар.

ЗәйнәғәбдиновХәйбулла исемле кешенең шәхси магазины ябылғас, олатайым ауылда асылған дәүләтмагазинында һатыусы булып эшкә тотона.

1927йылда ауылда Абдулла Сәғитов исемле кеше (ситтән килгән була) башланғыс мәктәп астыра.Ә шулай ҙа тәүге уҡытыусы- Ырымбурҙа Карауанһарайҙы тамамлап ҡайтҡан ИбраһимЗәйнәғәбдинов (билдәле режиссер, Башҡорт дәүләт драма театрынойоштороусыларҙың  береһе Исхаҡ Зәйниҙең ағаһы була).

1928йылдың июнендә партячейка ойошторола, тәүге ағзалары: Ташбулатов Зинур,Зәйнәғәбдинов Ибраһим, Игубаев Ирғәли, Козлов Андрей һәм Лобанков (Исемебилдәһеҙ, Козлов А. һәм Лобанков- ситтән  Красный лук ауылынан  килгәнкешеләр).

1930-1934йылдарҙа ике балалы ғаиләне Юмағужа (хәҙерге Күгәрсен районы) Ҡалдар ауылынабашланғыс мәктәпкә уҡытыусы, завуч(хәҙер — уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса директорурынбаҫары)(Ҡушымта 5) итеп ебәрәләр.. Ҡалдарҙа йәшәгәндә өсөнсө улдары донъяғакилә. 4 йыл эшләгәндән һуң, кире тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайта.1936, 1938 йылдарҙа улы һәм ҡыҙы тыуа.. Бер аҙ Һәйет (Федоровка районы)(Ҡушымта 5)мәктәбендә лә эшләп ала.

Представленная информация была полезной?
ДА
58.52%
НЕТ
41.48%
Проголосовало: 957

1939йылда Федоровка районы мәғарифы идаралығының 113-сө  һанлы Бойороғо менән Һәйетмәктәбенән китә, 114-се һанлы Бойороҡ  менән Юлдаш ауылы (Ҡушымта) мәктәбенәзавуч итеп тәғәйенләнә, артабан 116-сы һанлы Бойороҡ менән эштән эштән китә һәмҠыҙыл Армия сафына хеҙмәткә алына.

БөйөкВатан һуғышынан йөрөп ҡайтҡас, 1946-1948 йылдарҙа тағы ла Һәйет мәктәбендәэшләй һәм ошоноң менән уҡытыусылыҡ эше тамамлана. Был һөнәр уға ҡандан бирелгәндерул. Уҡытыусы һөнәрен һайлаусы ейән-ейәнсәрҙәре лә бар.

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

III бүлек.

БөйөкВатан һуғышы йылдары.

 

Бөйөк Ватан һуғышы Ташбулатов ЗинурБәхтеғәни улы тормошона ҙур үҙгәрештәр керетә.

51 йортло бәләкәй генә Юлдаш ауылынанҡәһәрле һуғышҡа 63 кеше китә, шуларҙың 26 ғына кире тыуған яҡтарына еңеү яулапҡайта ала.

1942 йылдың 6 ғинуарында  ҡартолатайым да береһенән-береһе бәләкәй 6 балаһы, яратҡан ҡатынын ҡалдырып яуғакитә. 1943 йылда ҡустыһы Яһанурҙың ҡара ҡағыҙын ала.

Бөйөк ватан һуғышы йылдарында  ҡартолатайым өләсәйемә – ғәрәп, ә –балаларына башҡорт телендә хаттар яҙа.(Ҡушымта7)Ул хаттарҙы ғаиләләге иң кесе бала- Ғәлимә инәйем Яналина һаман да ҡәҙерләп һаҡлай. “Хатта латин алфавиты менән яҙылған хаттары ла бар ине”- тип иҫләйинәйем. Ауыл, колхоз, мәктәп, почта эштәре менән ҡыҙыҡһынып һораша,күрше-күләндең хәлен белешә, өлкән улы Ташбулатов Мансур бабайыма кәңәштәренеткерә. Күп кенә хаттарында үҙе ижад иткән шиғырҙарын да яҙып ебәрә.

Хаттарының береһендә ауыр һуғыштыҡәһәрләп, киткән саҡта хатта балалары менән яҡшылап хушлаша алмауы тураһындаәсенеп яҙа. Шулай ҙа ул бирешмәй, дошманға булған үс-нәфрәте артабан алғабарырға ярҙам итә. “Тыуған илемде дошмандан һаҡларға киттем бит, тиҙҙән еңеүменән ҡайтырбыҙ, көтөгөҙ!!!”-тип яҙа.

1943 йылдың декабрь айындаКөньяҡ-көнбайыш фронтта 673-сө Артполката хеҙмәт иткән сағында, ике аяғы лаауыр яралана, контузия ала. I төркөм инвалидыбулып, ауылға ҡайтырға мәжбүрбула. Госпиталдә ятҡан ваҡытында “Яралы иптәш” тигән шиғырын яҙа. (Ҡушымта2)Ауылғаҡултыҡ таяҡтарында ҡайтһа ла төҙәлгәс, Хеҙмәт армияһына ебәрәләр. Хәрбиҙәргәитек тегеүсе була.

IVбүлек.

Егеткешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ.

 

Уҡытыусылыҡ эше тураһында яҙғанда,әйтеп үткәйнем инде, уның башҡаса был һөнәргә әйләнеп ҡайтмауы тураһында. БөйөкВатан һуғышы бөткәс, Зинур Бәхтеғәни улы төрлә эштәрҙә ҡатнаша. Бушваҡыттарында толоп, итек һәм башҡа нимәләр тегеп, күрше Ырымбур өлкәһе Баурау¹,Муҡшы² ауылдарынаалып барып аҙыҡ-түлеккә алыштырып ҡайтҡан. Шулай уҡ тирә-яҡтаурыҫ мейестәрен оҫта һалыусы булараҡ та дан алған. Күмәк балалы ғаиләне аҫрауөсөн өҫтәмә килем булып торған.

1948-1952  йылдарҙа ғаиләһе менәнМәләүез ҡалаһында йәшәп, төҙөүсе булып та эшлә, ләкин “тыуған тупраҡ тарта” типкире ауылға әйләнеп ҡайта.

1955 йылға ҡарт өләсәйем Кәримә менәнуларҙың 9 балалры була. Ҙур итеп йорт һалып керәләр. Балаларынан Мансур (минеңолатайым), Чулпан, Йәғәфәр балта оҫталары булып тирә-яҡта дан алғандар, Өлфәт-тимерсе, Ғәлимә- тегенсе, ҡалғандары дәүләт эшендә хеҙмәт иттеләр. Иң кесеҡыҙҙары Ғәлимә Яналина математика уҡытыусыһы булырға теләп, Өфәлә уҡыуынбашлағанда, 1962 йылдың ғинуар айында Ташбулатов Зинур Бәхтеғәни улы мәрхүмбулып китә. “Уҡый алмағаныма бер ҙә ҡайғырмайым, аитайым менән сикһеҙғорурланам. Яҡшы тәрбиә бирҙе, эшкә өйрәтте. Тегенсе һөнәренүҙләштереүем-атайымдан. Бөтә ағайҙарым да – оҫталар”, -тип иҫкә ала Ғәлимәинәйем. 

1960 йылда   “Беҙ үлһәк тә бер кемиҫкә алмаҫ..”(Ҡушымта 3) шиғырын яҙа. Юҡ оноторға мөмкин түгел. Мәктәптәмитингыларҙа, төрлө сараларҙа иҫкә алабыҙ. Туған булғаны ла, булмағаны лаолатайҙарыбыҙ үткән шанлы йылдар тураһында ғорурлыҡ менән һөйләй. Улар исемемәңге онотолорға тейеш түгел.

¹,²Халыҡ телендә: Ырымбур өлкәһе Шарлыҡ районыауылдары Первомайский –Бабрау, Парадеево-Муҡшы

Йомғаҡлау.

Ил төкөрһә –күл була, тигәнборонғолар.  Шулай итеп, мин дә кескәй генә тикшеренеү эше аша, ҡарт олатайымТашбулатов Зинур Бәхтеғәни улының тормош юлын, эшмәкәрлеген өйрәнеп,Башҡортостаным үҫһен, сәскә атһын өсөн минең ғаиләмдең роле нимәлә икәнениҫбатларға тырыштым. Эшемдең маҡсаты итеп, минең Ташбулатов Зинурҙың тормошюлын өйрәнеүҙе алдым һәм уға ирештем.  Был тормошта, бар донъяға билдәле булмайҙа, үҙеңдең яҡындарың өсөн ысын мәғәнәһендә терәк булып, киләсәк быуының өсөняҡты эҙ ҡалдырып йәшәү ҙә үҙе оло ихтирамға лайыҡ. Минең  ҡарт олатайым дашундайҙарҙың береһе.

Ул бик алсаҡ, ихлас күңелле, эшлекле,ярҙамсыл кеше булған.

Тормошта яҡшы эҙ ҡалдырған, еңеүҙеяҡынайтыу өсөн фронтта ла, тылда ла хәленән килгәндең барыһын да эшләгәнолатайым Зинур Бәхтеғәни  улы Твашбулатов  менән ғорурланабыҙ, уның хаҡындакүңелдәребеҙҙә тик матур хәтирәләр генә һаҡлана.

 

 

 

 

 

 

 

 

 

Ҡулланылғанәҙәбиәт

 

1.     “Ауылым тарихы” альбомы

2.    Ғаилә архивы

Респонденттар:

1.    Ташбулатова Ғалимә Зинур ҡыҙы

2.     Зәйнәғәбдинова Закира Мөхәмәтғәле ҡыҙы

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

Ҡушымта

1.

ТашбулатовЗинур Бәхтеғәни улы

2.

Яралы иптәш

Ҡанаттарыһынған ҡарсығалай

Тилмерәһе,иптәш, шулай итеп.

Һиңә ҡарап күңелкәйем әрней,

Йәрәкәрней һине һағынып.

Ташбулатов Зинур

1943 йыл.

3.     Беҙүлһәк тә бер кем иҫкә алмаҫ…

Беҙ үлһәк тә бер кем иҫкә алмаҫ,

Беҙҙең хаҡта бер кем уйламаҫ.

Беҙҙең өсөн ҡайғы-хәсрәт йотоп,

Һис бер әҙәм зарығып һыҙланмаҫ.

 

Беҙҙең үлгәнде ишетеп, ҡайһы бер кеше

Ут та йотмаҫ, берәү ҡыҙғанмаҫ.

Беҙҙе иҫкә алып, хәсрәт йотоп,

Уөй көйләмәҫ, берәү моңланмаҫ.

Ташбулатов Зинур

1943 йыл.

 

4.     Ғаиләальбомынан

Иң кесе ҡыҙы Ғәлимә инәйем, ҡартолатайымдың ҡағыҙҙарын ҡәҙерләп һаҡлай.

5.     Йомағужа(Күгәрсен) районында эшләгәнен раҫлаусы документтар

img147

 

6.     Федоровкарайоны Һәйет мәктәбендә эшләүен раҫлаусы документ

 


7.    Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында яҙылғанхаттары

8.    Иң ҡиммәтле ҡомартҡы. Көндәлек дәфтәре

 

Бөгөнгөкөндә Юлдаш ауылында мәктәп


Поделиться статьей
Автор статьи
Анастасия
Анастасия
Задать вопрос
Эксперт
Представленная информация была полезной?
ДА
58.52%
НЕТ
41.48%
Проголосовало: 957

или напишите нам прямо сейчас:

Написать в WhatsApp Написать в Telegram

ОБРАЗЦЫ ВОПРОСОВ ДЛЯ ТУРНИРА ЧГК

Поделиться статьей

Поделиться статьей(Выдержка из Чемпионата Днепропетровской области по «Что? Где? Когда?» среди юношей (09.11.2008) Редакторы: Оксана Балазанова, Александр Чижов) [Указания ведущим:


Поделиться статьей

ЛИТЕЙНЫЕ ДЕФЕКТЫ

Поделиться статьей

Поделиться статьейЛитейные дефекты — понятие относительное. Строго говоря, де­фект отливки следует рассматривать лишь как отступление от заданных требований. Например, одни


Поделиться статьей

Введение. Псковская Судная грамота – крупнейший памятник феодального права эпохи феодальной раздробленности на Руси

Поделиться статьей

Поделиться статьей1. Псковская Судная грамота – крупнейший памятник феодального права эпохи феодальной раздробленности на Руси. Специфика периода феодальной раздробленности –


Поделиться статьей

Нравственные проблемы современной биологии

Поделиться статьей

Поделиться статьейЭтические проблемы современной науки являются чрезвычайно актуальными и значимыми. В связи с экспоненциальным ростом той силы, которая попадает в


Поделиться статьей

Семейство Первоцветные — Primulaceae

Поделиться статьей

Поделиться статьейВключает 30 родов, около 1000 видов. Распространение: горные и умеренные области Северного полушария . многие виды произрастают в горах


Поделиться статьей

Вопрос 1. Понятие цены, функции и виды. Порядок ценообразования

Поделиться статьей

Поделиться статьейЦенообразование является важнейшим рычагом экономического управления. Цена как экономическая категория отражает общественно необходимые затраты на производство и реализацию туристского


Поделиться статьей

или напишите нам прямо сейчас:

Написать в WhatsApp Написать в Telegram
Заявка
на расчет