Ижади эш: Эсәр һыуыбыҙ – сөсө һыу
башҡорт теле һәм әҙәбиәт уҡытыусыһы
Лемдясова Зөлфиә Әснәүи ҡыҙы
2023йыл.
Ағиҙелкәй һыҙылып ағып сыға,
Һалҡынтерегөмөш шикелле.
Ярҙарыңдаталдар тулҡыналар,
Шаулашаларялбыр ҡайындар,
Төптәрендәваҡ таш,
әйтерһең дә,
Барлыҡйондоҙ шунда байыған.
Башҡортостандыңкүренекле шағиры Рәшит Ниғмәти һүҙҙәре менән тулыһынса килешәбеҙ. Һүрәттәгетөҫлө матур, әкиәттәге төҫлө серле, йырҙағы төҫлө моңло йылға ул Ағиҙел… Уныңданы ҙурлығы менән дә һәм хозурлығы менән дә таралған.Тирә- яҡтағы ҡаяларғаҡарап, тәбиғәттең мөғжизәһенә һоҡланаһың. „Нисек тәбиғәттә бөтә нәмә шундайгүзәл, шундай урынлы икән?”- тип ғәжәпләнәҺең, уйланаһың. Беҙҙең Башҡортостаныбыҙбит бай һәм йомарт. Уның йылғалары ғына ни тора!
Ата – бабаларыбыҙ ҡалдырған тәбиғәт мираҫынһаҡлай белмәйбеҙ һәм тәбиғәттең матулығын да күрмәйбеҙ. Ҡайҙалырашҡынабыҙ, нимәлер эшләргә тырышабыҙ, ә шул сихри һәм баш әйләндергесгүзәллеккә иғтибар ҙа итмәйбеҙ. Бер килеп, кешелектең ҡылған эштәрентәбиғәтебеҙ ғәфү итмәҫ.
Экологик проблема –ул глобаль проблема. Ниндәйҙер ҙур эште башҡарыр алдынан беҙ барыбыҙ ҙа бәләкәйеренән башлайбыҙ. Беҙ ҙә мәктәп тупһаһынан башларға булдыҡ. Тирә — мөхиттеһаҡлау — беҙҙең дә бурысыбыҙ. Йәй көндәрендә бала – саға һыу инә, балыҡҡармаҡлай, ата — әсәһе һәм туғандары менән ял итә. Бигерәк тә, ошо миҙгелдәйылға буйҙары сүп – сар менән тула: ташланған һут шешәләре, төрлө пластикһауыттар, гәзит һәм сепрәк киҫәктәре. Ял итеүселәр үҙҙәренең урынын күрһәтерөсөнмө йәки беҙ бөгөн бында “ял иттек”, ә иртәгә бында кем килһә лә ярай типме,бысраҡ, ташландыҡ ергә әйләндерәләр. Һәр кеше тәбиғәткә ошондай “бүләктәр”ҡалдыра башлаһа, 2-3 йылдан йылға буйҙары сүплеккә әйләнәсәк. Көҙ етеү менән “гүзәл урындар” төрлө төҫтәге ағас япраҡтары менән ябыла. Ҡыш был урындарҙы ап– аҡ ҡарҙары, һепертмә бурандары менән ҡаплай. Ә яҙ миҙгеле үҙенең гөрләүектәре менән йылғаға йыуып төшөрә. Һыу ташыуы кәмегәндә бөтөн “матурлыҡтар” ағас –ҡыуаҡтарҙа эленеп ҡала. Шуны күргән ағай – апайҙарҙың күңеле әрнемәйме икән?Беҙ үҙ ҡулдарыбыҙ менән тәбиғәтебеҙҙе тонсоҡторорға тырышабыҙ кеүек. Мәктәптәтәртипле булырға, тәбиғәтте һаҡларға өйрәтәләр. Ә ни өсөн, беҙ, уҡыусылар,каникул ваҡытында шуны онотабыҙ икән. Әллә был ғаилә тәрбиәһенән шулай киләме,әллә икенсе сәбәптәнме? Беҙ үҙебеҙ эскән һыуыбыҙҙы бысратабыҙ,ә үҙебеҙ йәйгеселлә лә теш ҡамашырлыҡ һыу эсергә яратабыҙ. Һыуһыҙ йәшәү бөтөнләй мөмкин түгел. Уны үҙебеҙҡулланыуҙан тыш, хужалыҡ, сәнәғәт өлкәһендә киң файҙаланабыҙ, экологик торошо бөтәбеҙҙе лә уйландырырға тейеш.
Эсәр һыуҙың Ер шарында ҙур тиҙлектә кәмеүебөгөн генә тыуған проблема түгел. ХVIII быуатта Башҡортостанда йәшәп киткән ПетрРычков дәлилләүенсә, ул заманда Ағиҙел йылғаһы Ҡариҙелдән ике тапҡыр мулһыулыраҡ булған. Йылға буйлап Мәләүез ҡалаһына тиклем караптар йөҙгән. Бөгөниһә Ағиҙел менән Ҡариҙел — бер сама. Ағиҙелдең бөгөнгө кимәлгә тиклемһайығыуында, ололар раҫлауынса, элекке йылдарҙа күпләп һал ағыҙыуҙың да өлөшөбар. Мәҫәлән, йылға буйлап кәмә менән ағырға яратҡан күренекле хирург В.Сәхәүетдиновтың һүҙҙәренә ҡарағанда, унда батып ҡалған бүрәнәләрҙән бер нисәҡатлам барлыҡҡа килгән. Билдәле, улар ләм иҫәбенә ҡалынайып, шишмәләрҙең юлынбыуа.
Әлбиттә,Башҡортостандың төп йылғаһы үҙәнен батҡан ағастарҙан таҙартыу — уның мулһыулылығын ҡайтарыу буйынса атҡарылырға тейешле тәүге эштәрҙең береһе. Тикбының өсөн бер нисә йыл, шулай уҡ бик күп сығымдар кәрәк. Кемдәрҙең былбашланғысты күтәреп алыры ла билдәһеҙ. Йыуан олондарҙы йыйып алыу өсөн махсустехника кәрәк.
Йомғаҡлапәйткәндә, һыу мәсьәләһенә күптән иғтибар барлыҡҡа килгән. Дөрөҫ, әлегә һүҙкимәлендә, эше ҡасан күренер — билдәһеҙ. Атаҡлы болгар күрәҙәсеһе Ванга ҡасанда булһа һыуҙың нефттән дә ҡиммәт буласағын әйтеп ҡалдырған, тиҙәр. Һуңғыосорҙағы хәлдәр быға ышандыра кеүек.
Эсәр һыуҙың Ер шарында ҙуртиҙлектә кәмеүе бөгөн генә тыуған проблема түгел.
Быны белгестәр һыуҙы артыҡ тотоноуменән аңлатырға тырышыуға ҡарамаҫтан, уның башҡа, мәҫәлән, климат үҙгәреүгә бәйлесәбәптәре лә юҡ түгелдер. Ғөмүмән, сөсө һыу үткән быуаттың 60 — 70-сейылдарынан бирле ныҡлап кәмей.
Башҡортостанбыҙҙың гүзәл тәбиғәте менән киләсәкйылдарҙа ла ғорурланыр өсөн бар көсөбөҙҙө һалып, экологик проблема – эсәрһыуыбыҙ өсөн көрәшәйек һәм унан сығыу юлдарын эҙләйек, табайыҡ. Тирә — яҡмөхитте һаҡлайыҡ, аң һәм уяу булайыҡ. Барыһы ла беҙҙән тора: илебеҙҙеңкиләсәге, беҙҙең киләсәк — ул буласаҡ һәм тыуасаҡ балаларыбыҙ өсөн кәрәк.