X-PDF

Исследовательская работа на тему Педагог, просветитель, общественный деятель, наследие Мухамета Искужина.

Поделиться статьей

     ДжабиеваАлия Фарвазовна

 

Педагог,мәғрифәтсе, йәмәғәт эшмәкәре, Мөхәмәт Искужиндың мираҫы.

 

     Башҡорт милли мәғарифын, башҡортбалаларын туған телендә уҡытыуҙы тергеҙеүҙе төп маҡсаты итеп иҫәпләгән, бығатиклем сирек быуат элек үк Өфө ҡалаһында тәүге башҡорт мәктәбен –республикабыҙҙа хәҙер Ф. Мостафина исемендәге башҡорт гимназияһы тип йөрөтөлгәнданлыҡлы 20-се мәктәпте астырыуҙы юллап сыҡҡан ир азаматтарының береһе булғаникән Мөхәмәтғәли ағайыбыҙ.            Башҡа эштәре, мәшәҡәтәре бихисап булһала, ул яңы ғына асылған 136-сы башҡорт лицейының барса эштәре, уҡытыу, тәрбиәтормошо менән даими ҡыҙыҡһынып, дәрестәргә инеп ултырып бөтә кәңәштәрен һәмтәҡдимдәрен түкмәй-сәсмәй еткереп торған берҙән-бер кеше ине , тиһәк тә артыҡбулмаҫ.

    Мөхәмәтғәли ағай, мәктәп эшенә мөкиббәнбирелеп, ошо изге эшкә битараф булмаған байтаҡ ҡына фекерҙәштәрен йәлеп итәалды. Башҡорт мәктәбенең иң ҡырҡыу проблемалары куп бәхәстәр тыуғырҙы һәм уларкүмәкләшеп бергәләп фекер алышыу аша хәл ителә ине.

    Мөхәмәтғәли Исҡужиндың тормош юлынбарлай башлаһаң, беҙҙән олораҡ быуын кешеләренә уртаҡ булған яҙмыш һынауҙарынтик башҡорт кешеһенә генә хас эске сабырлыҡ һәм сикһеҙ түҙемлелек менән үткәненасыҡ күрәһең. Ләкин ошо аяуһыҙ заман кешеләренең  Мөхәмәтғәли Исҡужин кеүектәрегенә, яҙмыштан уҙмыш юҡ тип, яҙғанына риза булып йәшәүҙән көрәшеп, халыҡяулауҙы хуп күрҙе.

   Ҡәһәрле һуғыш башланғас,15 йәшлек үҫмер Мөхәмәткә лә, уҡыуын ташлап, бөтмәҫ-төкәнмәҫ  колхоз эштәренә башкөллөегелеп, ошо йән өшөткөс йылдарҙың әсеһен-сөсөһөн күп татырға тура килә.Сараһыҙҙың көнөнән тигәндәй, 1944 йылда әсәләре, кәзә-һыйырын һатып, барлы-юҡлымөлкәтен төйнәп, балалары менән Сәмәрҡәнд ҡалаһына уҡытыусы булып эшләп йөрөгәноло улы Тимерғәле эргәһенә йүнәлә.

     Ташландыҡ иҫке йортто йүнәтеп кереп,ғаилә үҙенең Үзбәкстандағы яңы тормошон башлап ебәрә. Йәш, сәмсел, ныҡышмалыбашҡорт егетенең үзбәк ерлегендә юғалып ҡалмайынса үҙен башҡаларҙан  һис кәмкүрмәйенсә, ҡуйған маҡсатына мотлаҡ ирешә алыуын ҡылыҡһырлаған бер ҡаҙанышынбилдәләп китеү урынлы булыр: ауыр атлетика менән даими шөғөлләнгән тәпәшерәкбуйлы, әммә мыҡты кәүҙәле башҡорт егете ошо спорт төрө буйынса университетчемпионы  исемен яулап , башҡа ярыштарҙа призлы урындар ала һәм спортмастерлығына кандидат исеменә лайыҡ була.

    Тыуған ерҙән туйған ер яҡшы тиһәләрҙә, Мөхәмәттең хис-тойғоларын, уйҙарын әленән-әле тыуған яҡтары, ауыр һуғышкасафаттарынан мандый алмай интеккән ғәзиз халҡы биләй.

     Мөхәмәтғәли ағайҙы  бигерәк тә 1959йылғы халыҡ иҫәбен алыу  һөҙөмтәләре тетрәндерә: башҡорттарҙың бары тик 62проценты ғына үҙ телендә һөйләшә.Тимәк башҡорт халҡы үҙенең тыуған теленән вазкисергә әҙер тигәнде аңлата түгелме һуң был йән өшөткөс хәбәр? Ысынлап та,партия идиологтарының тик рус теле генә бәләкәй милләттәргә цивилизацияға юласа, киләсәктә рус телен һәр кем туған теле тип иҫәпләйәсәк, һәм башҡа ошондайпропаганда алымдары шовинизмдың аҫтыртын тәү маҡсатына – уларға һуҡырҙарсаышанған совет кешеләренең милли үҙ аңын томалауға яҡынайғандан-яҡыная. Тик ошоялғандың милләт рухы өсөн үлемесле икәнен Мөхәмәтғәли Исҡужин ишле уйсан, алданкүрә белеүгә һәләтле, тәрән фекерле инсандар ваҡытында һиҙеп уны фашлауға, уғаҡаршы тороуға  бөтә ғүмерҙәрен бағышлай.

     Бәлки, ошондай сәбәптәр хәл иткесбулғандыр, 1960 йылда Мөхәмәтғәли Исҡужин ғаиләһе менән Өфөгә ҡайтып төшә һәмбашҡорт зыялылары башлап ебәргән күп йыллыҡ көрәшкә иң тәүгеләрҙән ҡушылыпүҙен, ошо көрәштең иң алғы сафтарында йөрөүсе оло йөрәкле шәхес итеп таныта.

И.Агишев,  Ә. Сиражетдинов, Р.Шәкүров,  Х.Вәлиев, Й.Солтанов,  Р.Ғәрипов, Ә. Вәхитов, З. Ғәбсәләмов,  Мөхәмәтғәли Исҡужин кеүекхалҡыбыҙҙың аҫылдарҙан- аҫыл улдары, үҙҙәре артынан битараф булмағанзамандаштарын эйәртеп, күп йылдар буйы алып барған көрәш һөҙөмтәһендә тәүгееңеү  яуланды, изге ниәттәр ғәмәлгә ашты: 1967 йылда баш  ҡаланың 91- семәктәбендә тәүге башҡорт класы асылһа, мең ҡаршылыҡтар, ауыр кисерештәр ашаүтеп,1970 йылдың 1сентяберендә  20 -се башҡорт мәктәбе асылды. Был ваҡиғабашҡорт зыялыларының башҡорт телен  тергеҙеү һәм уны һаҡлап алып ҡалыу юлындағытәүге ҙур уңышы, халҡыбыҙҙың милли үҙаңының, коммунистик идеология һөрөмөнәнбарына биреп, үҙенең рухи асылына кире ҡайтыуы рәүешендә ҡабул ителде.

      Совет империяһы  тарҡалған осорҙасәйәси  һәм иҡтисади мөстәҡиллек, дин һәм тел өсөн көрәш яңынан  дөрләп китте,ошо изге хәрәкәттә халҡыбыҙҙың меңәрләгән ул-ҡыҙы ҡушылды. Ә  МөхәмәтғәлиИсҡужин , уға хас булған ныҡышмалыҡ һәм иҫ киткес инанғанлыҡ менән тик үҙенәгенә махсус тапшырылғандай һанаған төп бурысын – башҡорт балалар баҡсаларын,ҡала һәм ҡасабаларҙың урта мәктәптәрендә башҡорт кластарын, яңы башҡортмәктәптәрен асыу эшенә ең һыҙғанып, дәртләнеп – ҡомарланып тотондо. ХХ быуатаҙағында  Башҡортостанда башлаған милли хәрәкәттең  иң әүеҙем етәкселәренеңбереһе булараҡ, ул үҙен ысын халыҡ пропагандисы итеп тоя, өгөт-нәсихәтнескәлектәрен тәрән аңлап, мәғрифәтселек эшен арымай-талмай башҡара.              

     1989 йылда Өфө зыялылары  тарафынанойошторолған “Аҡ тирмә”  милли-мәҙәни клубы йыйылыштарының береһендә  Мөхәмәтғәли Исҡужин баш ҡала башҡорт баҡсаларын ойоштороу комиссияһы рәйесеитеп һайлана, ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә эште юлға һала. Шул уҡ йылда яңы ғынаойошторолған  «Урал» башҡорт халыҡ үҙәгендә мили мәғариф эштәрен башлапебәрә,халыҡ талаптарын етәкселәргә еткереү өсөн Өфө ҡалаһының һәм райондарыныңул ваҡыттағы  хужаларына ҡат-ҡат мөрәжәғәттәр менән бара, уларҙан тиҫтә йылдарбуйы инҡар ителеп килгән проблемаларҙы хәл итеү маҡсатында тейешле ҡарарсығарыуҙы көнүҙәк мәсьәлә тип ҡарауҙы талап итә.

     Мөхәмәтғәли Исҡужиндың 90-cыйылдарҙағы эшмәкәрлегенең иң юғары нөктәһе – Өфө ҡалаһының Сипайлово биҫтәһендә136-сы  башҡорт мәктәп лицейын төҙөү һәм ундағы уҡытыу тәрбиә эшен миллиерлектә башҡарыуҙы юлға һалыу тип һис икеләнмәйенсә әйтеп була. 90-cы йылдарҙатап ошо мәктәп-лицей власть органдарының, мәғариф  етәкселәренең генә түгел, әбар милли интеллигенциябыҙҙың иғтибар үҙәгендә булды.

      Әйтергә кәрәк, 136-сы башҡортлицейының эш тәжрибәхе яңы асылған милли мәктәптәр өсөн ышаныслы методик таянысбула һәм ошо мәктәп  Өфөнөң башҡа райондарында , республикабыҙҙың ҡала һәмрайондарында яңы мәктәптәр асыу өсөн бик ҡулай булған үҙенсәлекле педагогикплацдарм ролен үтәне.  Өфө ҡалаһында ғына ла ҡыҫҡа ваҡыт эсендә,үрҙә һаналыпүткән белем-тәрбиә усаҡтарынан тыш, бығаса күрелмәгән уңыштарға өлгәшелде:Калинин районының 329–сы балалар баҡсаһында башҡорт төркөмдәре,121 –се,74 –се,51 –се урта мәктәптәрендә, шулай уҡ Октябрь районының 17 -се, 29-сы, 38 –се,84-се һәм 130 –сы мәтәптәрендә тәүге башҡорт кластары ойошторолдо.  

     Өфөлә булһынмы, бүтән ҡалаларыбыҙҙайәки ҡасабаларҙа, райондарҙамы, һуңғы егерме-утыҙ йыл эсендә башҡорт мәктәбен ,башҡорт балалар учрежденияларын һаҡлап алып ҡалыу йәиһә яңыларын астырыу өсөнкәрәш бер ваҡытта ла туҡталманы. Үкенескә ҡаршы был көрәшкә милли зыялыларыбыҙбихисап көс түгә, күбехенә бинахаҡҡа милләтсе ярлығын тағып йөрөргә тура килә,ә рәсми власть һәм идеология күп ваҡыт мәсьәләне үҙенсә хәл итә, өҫтәүенәхалыҡтың башын әйләндереп  «ата-әсәләр теләге»  тигән һылтау уйлап таптылар.Илдә Н.С.Хрущевтың  «еңел ҡулы » менән  башланған милли мәктәптәрҙе бөтөрөү,тыуған телде ҡыҫырыҡлау эшендә Башҡортостанда айырыуса тырышлыҡ күрһәтәләр.

        Бына нәҡ ошо тынсыу дәүерҙә, 1970йылда, баш ҡала башҡорттары  мең бәләләр менән, йөҙәрләгән ҡултамғалар йыйып,барлыҡ инстанцияларға барып етеп, ниһайәт, үҙ балалары өсөн

Өфөләге тәүге башҡорт астыртыуға өлгәште,элекке 20-се, хәҙерге ҡала башҡорт гимназияһы ине ул.

Ошо көндән башлап   Мөхәмәт  Исҡужиндыңартабанғы тормошо һәм яҙмышы тулыһынса, һуңғы һулышына тиклем башҡорт мәғарифыменән айырылғыһыҙ булды.

        Өфөлә йәки республиканың башҡаберәй ҡалаһында, район үҙәгендә милли мәктәп балалар баҡсаһы астырыу өсөнйәмәғәтселек ағзаларына  ул йылдарҙа иң элек ата-әсәләрҙән ҡултамға йыйып,етәкселәрҙең өҫтәленә һалырға, шуны ҡулына тотоп бөтә инстанцияларҙы ла үтепсығырға тура килә ине уға.

       1995  йылда М. Исҡужин, мәғарифҡабулышлыҡ итеүсе  «Аҡтамыр» башҡорт үҙәген ойоштороп, ғүмеренең һуңғы көндәренә тиклемИҙел Агишев менән бергә шул үҙәктә эшләгән. Ижтимағи ойошма етәксеһе булараҡ,мөһим хөкүмәт программаларын,  БР-ҙың   «Мәғариф тураһында »  Законынтикшереүҙә ҡатнашып, етди тәҡдимдәр индергән. Был осорҙа уның эшмәкәрлегенең иңҙур емештәре  — Өфөнөң Инорс биҫтәһендә 1996 йылдың сентяберендә асылған 825уҡыусыға иҫәпләнгән 140-сы башҡорт мәктәп –гимназияһы, шул уҡ Калинин районындаойошторолған   122-се башҡорт гимназияһы,  252 –себашҡорт балалар баҡсаһы, Киров районындағы 144 –се башҡорт мәктәбе, Димрайонындағы башҡорт синыфтары һәм башҡалар.  

      Салауат Юлаев премияһы лауреаты,күренекле яҙыусыбыҙ, ғалим-мәғрифәтсебеҙ Рәшит ағай Шәкүр әйтмешләй  «…Мөхәмәт  Исҡужин асҡан башҡорт мәктәптәре  һәм балалар баҡсалары уныңиҫтәлегенә һәйкәл булып тора. Башҡортостандың, башҡорт халҡының милли мәғарифы тарихындаМөхәмәт  Исҡужин тигән исем бер ваҡытта ла онотолмаясаҡ… »

   Мөхәмәтғәли ағайға бағышлап Бөтә доньябашҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаһы  Вәлиәхмәт Бәҙретдинов ошохәтеръяҙмаһын шиғыр юлдары менән тамамлай:

Ғүмертауын артылғандай ағай,

Күпмеир бар һеҙгә етерлек?

Еңмешйылға кеүек тормош юлы

Представленная информация была полезной?
ДА
58.76%
НЕТ
41.24%
Проголосовало: 970

Тауемереп, еңеп үтерлек.

Уҙғанғүмер йүгерек даръямы ни,

Тулыпаҡҡан хәсрәт-хәстәре,

Илкүргәнде йөрәгеңә терәп,

Тарихяҙған яҙмыш дәфтәрен.

Белһәгеҙҙә икмәк ҡәҙерен, һеҙгә

Телҡәҙере иң-иң юғары.

Ҡалырмынтип башҡорт туған телһеҙ,

Көрәшмайҙанында һеҙ тағы.

Һәрзамандың булған үҙ иманы,

Иманһыҙбит туҙа баш йортоң.

Иманартты илдә, ҡот ҡайтарыр,

Мөхәмәтебулғас баш йорттоң,

Мәңгейәшәр илем, Мәхәмәттәй

Телһөйәрекүптер башҡорттоң!

 

Әҙәбиәт:  «Халыҡ мәғрифәтсеһе МөхәмәтИсҡужин. » Tөҙ. Т.Ғ. Исҡужин, Ю.М.Исҡужин . Мәғрифәтсе  З.Ҡ.Ханова . – Өфө: Китап,2013.-144 бит.

       

      

   

 

 

 

 

 

 


Поделиться статьей
Автор статьи
Анастасия
Анастасия
Задать вопрос
Эксперт
Представленная информация была полезной?
ДА
58.76%
НЕТ
41.24%
Проголосовало: 970

или напишите нам прямо сейчас:

Написать в WhatsApp Написать в Telegram

ОБРАЗЦЫ ВОПРОСОВ ДЛЯ ТУРНИРА ЧГК

Поделиться статьей

Поделиться статьей(Выдержка из Чемпионата Днепропетровской области по «Что? Где? Когда?» среди юношей (09.11.2008) Редакторы: Оксана Балазанова, Александр Чижов) [Указания ведущим:


Поделиться статьей

ЛИТЕЙНЫЕ ДЕФЕКТЫ

Поделиться статьей

Поделиться статьейЛитейные дефекты — понятие относительное. Строго говоря, де­фект отливки следует рассматривать лишь как отступление от заданных требований. Например, одни


Поделиться статьей

Введение. Псковская Судная грамота – крупнейший памятник феодального права эпохи феодальной раздробленности на Руси

Поделиться статьей

Поделиться статьей1. Псковская Судная грамота – крупнейший памятник феодального права эпохи феодальной раздробленности на Руси. Специфика периода феодальной раздробленности –


Поделиться статьей

Нравственные проблемы современной биологии

Поделиться статьей

Поделиться статьейЭтические проблемы современной науки являются чрезвычайно актуальными и значимыми. В связи с экспоненциальным ростом той силы, которая попадает в


Поделиться статьей

Семейство Первоцветные — Primulaceae

Поделиться статьей

Поделиться статьейВключает 30 родов, около 1000 видов. Распространение: горные и умеренные области Северного полушария . многие виды произрастают в горах


Поделиться статьей

Вопрос 1. Понятие цены, функции и виды. Порядок ценообразования

Поделиться статьей

Поделиться статьейЦенообразование является важнейшим рычагом экономического управления. Цена как экономическая категория отражает общественно необходимые затраты на производство и реализацию туристского


Поделиться статьей

или напишите нам прямо сейчас:

Написать в WhatsApp Написать в Telegram
Заявка
на расчет