X-PDF

Урок Һөйләм.Һөйләмдең баш һәм киҫәктәре

Поделиться статьей

Башҡорт теле. 3 класс. Ф.Ш. Сынбулатова.

Тема:  Һөйләм.Һөйләмдең баш һәмкиҫәктәре.   (слайд1)

Шәхси сифаттар өлкәһендәге үҫеш:ябай тәбиғәт күренештәренә иғтибарлы булып, тәбиғәттең ҡабатланмаҫ матурлығын,хозурлығын күрергә, уға ҡарата һаҡсыл ҡарашта булырға өйрәнеү, тыуған илгәҡарата һөйөү тәрбиәләү, Рәми Ғарипов шиғырҙарыменән танышыу һәм кәрәкле мәғлүмәт сығанаҡтары менән танышыу;

Метапредмет өлкәһендәге үҫеш:эште шартына ҡарап эҙмә-эҙлекле үтәү; дөрөҫлөгөн тикшереү, баһалау; әңгәмәсеңдетыңлай белеү, дөрөҫ йүнәлештә эш итеү, ҡушылғанды эшләй белеү, телмәр,хәтер һәм ижади һәләт үҫтереү өҫтөндәэшләү.

Предмет өлкәһендәге үҫеш:күҙәтеүҙәр, сағыштырыуҙар һөҙөмтәһендә  һөйләмдең тамамланған фекерҙеаңлатыуын,ҙур хәрефтән башлап яҙылыуын,аҙағында төрлө тыныш билдәләре ҡуйылыуыниҫкә төшөрөү,эйәнең –башта,хәбәрҙең,ғәҙәттә ,аҙаҡта  килеүен күҙәтеү һәмһығымта яһау,һөйләмде дөрөҫ төҙөргә өйрәтеү   .

Йыһазландырыу: интерактив таҡта,карточкалар, аңлатмалы һүҙлектәр,    Рәми Ғарипов китабы һәм портреты.,смайликтар, сигнал карточкалары

Дәрес барышы

1 Психологик комфорт булдырыу.

Сәләмләү. Яҡшы кәйеф булдырыу. (слайд 2)

Һаумыһығыҙ!

Һаумы!Һаумы!

Һаулашам- сәләм бирәм.

Һаумы!-тигән һәйбәт һүҙҙе

Бар донъяға ебәрәм.

Бөгөнгө башҡорт теле дәресен мин уҡытасаҡмын. Танышбулайыҡ: мин  Светлана Миҙхәт  ҡыҙы булам.

Ә хәҙер әйҙәгеҙ экранға күҙ һалайыҡ.Кемдеңпортретын күрәһегеҙ?(слайд3) Рәми Ғарипов.Башҡорт халыҡ яҙыусыһы РәмиҒариповтың  12 февралдә тыуған көнө булып үтте 90 йәш булған булыр ине. Илемтелем тип янған рухлы Рәми Ғариповты әле булһа ла онотмайбыҙ ижадынөйрәнәбеҙ,шиғырҙарын ятлайбыҙ. Флешмобта һеҙҙең арала ла ҡатнашыусылар булдыбит.(Айым “Һүҙем бар”,  Алһыу “Аманат”) (слайд4)

Минең дә һеҙгә әйтер һүҙем бар.  РәмиҒариповтың  Аманат ҡобайырындағыса беҙ ҙә дүрт тарафҡа ҡарап тәбиғәткә йылмиҙгелдәренә  сәйәхәткә сығайыҡ. (Слайд5-7)

 Слайд 2. Рәми Ғарипов ниндәй йыл миҙгеленяратҡан? (яҙ)

 -Балалар,ә хәҙер беҙҙең ниндәй миҙгел?( ҡыш миҙгеле.)

-Беҙҙең беренсе туҡталышыбыҙ “Ҡыш”(слайд 8)

Ҡыш тураһында бик күп һөйләргә була,халыҡ шағирҙарының да шиғырҙары бихисап.

-Әйҙәгеҙ әле бергәләп Рәми Ғариповтың шиғырынан өҙөк кенәуҡып китәйек.(хор менән)Бына ошо дүрт юл шиғыр эсендә беҙ ҡыштың селлә һыуығында,тәҙрәләргә һүрәт төшөрөүен дә,бар тирә яҡ ҡар менән ҡапланғанын да күрәбеҙ.(слайд9)

-Ә ҡыш миҙгеле һеҙгә нимәһе менән оҡшай?

Әйҙәгеҙ, балалар,беҙ ҙә бөгөн һеҙҙең менән аҡ һәм сафуйҙар,һәйбәт теләктәр менән дәрес- сәйәхәтебеҙҙе дауам итеп “Ҡыш“туҡталышындағы эштәрҙе үтәйек.(слайд 10)

2. Уңыш ситуацияһы ойоштороу. Дөрөҫ ултырыу ҡағиҙәләре.

А) Матур яҙыу минуты.(слайд 10)

Ун бишенсе февраль.

Класта эш.

Ҡҡ

 Ҡыш                                              күҙҙәрҙе ялиттереп алабыҙ

-Ҡыш һүҙе менән һөйләм уйлап яҙайыҡ бергәләп.Кем әйтер?

(Таҡтаға яҙабыҙ)

Б)Дәресебеҙҙең темаһын билдәләр өсөн ошондай йомаҡҡа яуаптабығыҙ

Бөтәһенә беҙбаш булып

Йөрөйбөҙ һәрсаҡ бергә.

Кем? Ниэшләй? – тип һораһаң

Яуапбирербеҙ һиңә. 

(һөйләмдең эйә менән хәбәрен билдәләйбеҙ)

3)Дәрестең темаһын һәм маҡсатын билдәләү.

-Тимәк дәресебеҙҙең темаһы?(уҡыусыларҙың яуабы)

-Һөйләм.Һөйләмдең баш киҫәктәре (слайд11)

-Ниндәй һүҙ һеҙгә аңлашылмай?

 —Дәрескә ниндәй маҡсат ҡуябыҙ?Нимәгә өйрәнербеҙ?

-Һөйләм тураһында һеҙ нимәләр беләһегеҙ?(Ҙур хәреф менәнбашлана.)

-Нимә ул һөйләм?(Тамамланған уй –фекерҙе белдерә)

-Интонация яғынан ниндәй өс төргә бүленә?(Хәбәр.Һорау.ӨндәүСлайд 12)

Һүҙҙәр һөйләмдә нисек урынлаша?( Һүҙҙәр һөйләмдә билдәле бертәртиптә урынлаша)

-Әйҙәгеҙ белгәндәребеҙгә һығымта яһайыҡ.(слайд13)

4) Яңы теманы аңлатыу.

-Балалар,нимә булды икән һуң һөйләмдең баш киҫәктәре?

-Нимәгә һыҙғайныҡ?

-Дөрөҫ,афарин!Икенсе төрлө әйткәндә һөйләмдең эйәһе менәнхәбәрен беҙ “һөйләмдең баш киҫәктәре” тибеҙ. (слайд 14,15)

-Артабан киттек, ҡыштан һуң ниндәй миҙгел?(слайд 16)

-Рәми Ғарипов был хаҡта нимә ти икән үҙем уҡып ишеттерәм.

ЯҘҒЫ ЙЫР

*       Аҡ ҡайындар күңелләнеп шаулай,

*       Йырлай миңә яҙғы йырҙарын.

*       Йәп-йәш үлән түшәгендә ятам

*       Ябынып мин ҡояш нурҙарын.

*       Зәңгәр күктән дәртле моң ҡойола.

*       Гүйә, кемдер уйнай ҡурайын!

*       Юҡ, йомарт ер көмөш шөңгөр итеп

*       Күккә сөйгән һабан турғайын!

*       Тыңлай уны моңһоу умырзая,

*       Бәрхәт күлдәктәрен кейенеп.

*       Бал ҡорттары оса сәскә эҙләп,

*       Пар күбәләк йөрөй һөйөнөп…

*       Мәңге һөйөп йәшлек күркәмлеген,

Представленная информация была полезной?
ДА
58.76%
НЕТ
41.24%
Проголосовало: 970

*       һайрап туймай һары һандуғас,

*       Мең-мең телдә сутылдаша ҡоштар,

*       Ер һылыуы — алсаҡ яҙ тыуғас.

*       Яратам, яҙ, күкрәп килеүеңде!

*       һинән йәнләнмәҫ йән һирәктер?

*       Тик һин миңә бойоҡ булыр инең,

*       Яҙа үтһәң минең йөрәкте!.. слайд 17

*        

-Яҙ туҡталышында һеҙҙе бына ниндәй эш көтә.

Ошо шиғыр юлдарынан мин һеҙгә өс һөйләм яҙҙым. Һөйләмдәрҙең башкиҫәктәрен билдәләргә.(слайдта18 )Беренсе рәт –беренсе һөйләм,икенсерәт-икенсе,өсөнсө рәт-өсөнсө.

-Тимәк, балалар,үҙебеҙ өсөн ниндәй һығымта яһаныҡ?(слайд19)

5)Ял минуттары (слайд 20)

6Ғәмәли мәсьәләләрҙе хәл итеү

А)-Өсөнсө туҡталыш “Йәй”(слайд 21)

-Әйҙәгеҙ,уҡыусылар, Рәми Ғариповтың “Әсәм ҡулдары” шиғырынан беркуплетты уҡып китәйек.(бер бала уҡый)(слайд 22)

-Ошо шиғыр юлдарын ғына алып ҡараһаҡ та йәйҙең хозурлығы,ҡоштарһайрауы,сағыу ҡояш һәм “Йәйҙең бер көнө ҡышты туйҙыра” тигәндәй,иртә таңдан эшбашланыуын күҙ алдына килтерәбеҙ.

-Тимәк, балалар,йәй туҡталышында беҙҙең дә эшебеҙ күп булмаҡсы.

Парҙар менән эш.(слайд23)

Беренсе рәттә ултырған уҡыусыларға

        Мин һеҙгәкарточкалар таратам, һеҙ икегеҙгә бирелгән һүҙҙәр менән дөрөҫ итеп һөйләм төҙөпяҙып ҡуяһығыҙ.

Китап,Ильяс,уҡый.

Мин, дәфтәр, яҙа.

Ағай, әҙерләй, өй эш.

 

Икенсе рәттә ултырған уҡыусыларға

        Бирелгәнсхемаларға ярашлы һөйләм төҙөп яҙып ҡуяһығыҙ

1_________      ————  .        2  _________         _________     ———————?

3                   —————- .    !

Өсөнсө рәттә ултырған уҡыусыларға

        Бирелгәнмәҡәлдәрҙән баш киҫәктәрҙе яҙып алырға.

Йылыға йылан эйәләй.

Бүленгәнде буре ашар.

Бер ҡарға яҙ килтермәй.

 

-Һығымта  яһайбыҙ.(слайд 24)

Б)-Дүртенсе туҡталыш “Көҙ”(слайд 25)

-Рәми Ғарипов үҙенең “көҙ нағышы”  шиғырында бына нимәти.(уҡыйым)

-Ысынлап та,уҡыусылар, көҙ көнө тәбиғәттә ниндәй үҙгәрештәрбула?

-Дөрөҫ,афарин!Әйҙәгеҙ көҙ туҡталышындағы эште ҡарап китәйек.

Дәреслек менән эш

26 –сы бит,2- се күнегеү.

 йылмая,һирәк,көҙөн, ҡояш

Китте йылы ҡоштар яҡҡа

Япраҡтарын ағастар ҡойҙо

Көндән-көн һалҡыная бара тәбиғәт

Ҡыш етер оҙаҡламай һалҡын

 

 Бирелгән  һүҙҙәр  менән һөйләм төҙөү. (икәүһеняҙабыҙ,ҡалғандары телдән)Эйәһен,хәбәрен табыу.

 Был һөйләмдәр бәйләнешле текс була аламы.

-Тимәк ниндәй һығымта эшләрбеҙ?

Көҙтураһында текст була ала.

-Нимәул текст?

Мәғәнәһеяғынан бер –береһенә бәйле ике йәки бер- нисә һөйләм текс тип атала.

-Уҡыусылар,беҙшулай Рәми Ғарипов шиғырҙары менән үрелеп барған 

сәйәхәтебеҙҙеңаҙағына ла еттек!

-Ниндәйбелем алып ҡайттыҡ гимназиябыҙға?

Эйә менән хәбәр- һөйләмдең баш киҫәктәре.

Эйә менән хәбәр һөйләмдең төп мәғәнәһен белдерә.

 

7. Өйгә эш.   7-cе күнегеү.29-сы бит.Аңлатыу.

8. Рефлексив анализ. Баһалау.

Дәрестә маҡсатҡа өлгәштекме?  

Дәрестә бөтәһе лә аңлашылдымы? Сигнал карточкалары күрһәтәләр. Баһаларҡуйыу.

Дәрес тамамлап Туған тел шиғырын тыңларға саҡырам. Барығыҙға ларәхмәт.

 

 


Поделиться статьей
Автор статьи
Анастасия
Анастасия
Задать вопрос
Эксперт
Представленная информация была полезной?
ДА
58.76%
НЕТ
41.24%
Проголосовало: 970

или напишите нам прямо сейчас:

Написать в WhatsApp Написать в Telegram

ОБРАЗЦЫ ВОПРОСОВ ДЛЯ ТУРНИРА ЧГК

Поделиться статьей

Поделиться статьей(Выдержка из Чемпионата Днепропетровской области по «Что? Где? Когда?» среди юношей (09.11.2008) Редакторы: Оксана Балазанова, Александр Чижов) [Указания ведущим:


Поделиться статьей

ЛИТЕЙНЫЕ ДЕФЕКТЫ

Поделиться статьей

Поделиться статьейЛитейные дефекты — понятие относительное. Строго говоря, де­фект отливки следует рассматривать лишь как отступление от заданных требований. Например, одни


Поделиться статьей

Введение. Псковская Судная грамота – крупнейший памятник феодального права эпохи феодальной раздробленности на Руси

Поделиться статьей

Поделиться статьей1. Псковская Судная грамота – крупнейший памятник феодального права эпохи феодальной раздробленности на Руси. Специфика периода феодальной раздробленности –


Поделиться статьей

Нравственные проблемы современной биологии

Поделиться статьей

Поделиться статьейЭтические проблемы современной науки являются чрезвычайно актуальными и значимыми. В связи с экспоненциальным ростом той силы, которая попадает в


Поделиться статьей

Семейство Первоцветные — Primulaceae

Поделиться статьей

Поделиться статьейВключает 30 родов, около 1000 видов. Распространение: горные и умеренные области Северного полушария . многие виды произрастают в горах


Поделиться статьей

Вопрос 1. Понятие цены, функции и виды. Порядок ценообразования

Поделиться статьей

Поделиться статьейЦенообразование является важнейшим рычагом экономического управления. Цена как экономическая категория отражает общественно необходимые затраты на производство и реализацию туристского


Поделиться статьей

или напишите нам прямо сейчас:

Написать в WhatsApp Написать в Telegram
Заявка
на расчет